Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
26 Октябрь 2021, 13:35

Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян...

“Шәүрә килен” халыҡ йырынан күреүебеҙсә халҡыбыҙ ҡәнәфер тураһында яҡшы белгән. Уның дауалау көсөн ҡытай медицинаһы ла киң ҡуллана. Был тәмләткестә А провитамины, В төркөмө, С, Е витаминдары, Омега-3, эфир майҙары һәм минералдар бар. Ҡәнәферҙең уникаль составы күп ауырыуҙарға килешә. Шуға ла магазинға барғанда арзан ғына торған был тәмләткесте 1-2 ҡап итеп алырға онотмағыҙ!

Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян...
Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян...
  1. Паразиттарҙан. Әгәр бабасыр (глисты) йонсота икән, көн һайын иртәле-кисле, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, бер нисә ҡәнәфер сәйнәргә кәрәк. Бабасыр булмаған осраҡта уны иҫкәртеү өсөн дә шулай эшләргә була. Ә булған осраҡта, ул тиҙ арала бөтәсәк. Әйткәндәй, ҡәнәферҙең бай составынан бабасыр ғына түгел, стафилококк, дифтерия таяҡсылары, хатта туберкулез таяҡсалары ла ҡурҡа икән.
  2. Ауыҙ ҡыуышлығы боҙолғанда һағыҙҙы ҡәнәфер менән алмаштырырға кәрәк. Был тәмләткесте көн дә сәйнәгәндә стоматит, пародонтоз, ауыҙ ҡыуышлығы ялҡынһыныуы тураһында оноторһоғоҙ. Ҡәнәферҙәге эфир майҙары ауыҙҙағы еҫте бөтөрөр. Был натураль сара ғәҙәттәге ауыз сайғыстарҙан күпкә эффектлыраҡ. Әйткәндәй, тамаҡ шешеп, ангина башланып торған осраҡта, ҡәнәфер сәйнәһәгеҙ, сир туҡтатылыр.
  3. Аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн. Ҡәнәфер ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеген яҡшыртырға булышлыҡ итер. Бының өсөн ашарҙан 15 минут алда 2 бөртөк ҡәнәферҙе 1 сәй ҡалағы балға ҡушып сәйнәргә кәрәк. Аш һеңдереү процессын һәм матдәләр алмашыныуын нормалләштереү тиҙерәк ябығырға ла булышлыҡ итер.ИҒТИБАР! Ашҡаҙан яраһы һәм юғары ҡан баҫымы булғанда, был ысулды ҡулланыу тыйыла.
  4. Яман шеште иҫкәртеү. Ҡәнәферҙең составында яман шеш күҙәнәктәре үҫеүен тотҡарлаусы һәм яңыларына барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулаусы эвгeнoл матдәһе бар. Шуға ла нәҫелендә яман шеш менән ауырыусылар булһа, сирҙе иҫкәртеү өсөн был ысулды ҡулланырға мөмкин.
  5. Ҡан баҫымын күтәреү өсөн. Түбән ҡан баҫымы йонсотһа, ҡәнәфер ҡулланып ҡарағыҙ. 1-2 бутон сәйнәү ҡәһүә эсеүгә ҡарағанда яҡшыраҡ ярҙам итер.Өан баҫымы түбәнәйгәндәге баш ауыртыу, хәлһеҙлек, баш әйләнеү үтер. Әйткәндәй, ҡан баҫымы нормала булғандарға ла ваҡыты менән ҡәһүәне ҡәнәфер менән алмаштырырға кәңәш ителә. Шулай уҡ уҡ дәрт өҫтәр, организмдың һаҡланыу көсөн арттырыр.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: