"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
29 Апрель , 13:39

Аҡайған күҙҙә аҡыл аҙ, ти халыҡ мәҡәле...

50 йыл никахта йәшәгәндән һуң, бер ваҡыт, ҡатыныма иғтибар менән ҡараным һәм уйлап ҡуйҙым:

Аҡайған күҙҙә аҡыл аҙ, ти халыҡ мәҡәле...
Аҡайған күҙҙә аҡыл аҙ, ти халыҡ мәҡәле...
«50 йыл элек беҙҙең бәләкәй генә өйөбөҙ, иҫке генә машинабыҙ бар ине, беҙ тишелгән диванда йоҡлай инек һәм бәләкәй генә аҡлы-ҡаралы телевизор ҡарай торғайныҡ. Әммә, мин көн һайын диванға 19 йәшлек ҡыҙ янына ята инем.

Хәҙер минең оло һәм зиннәтле өйөм, ҡиммәтле бер-нисә машинам, бай йыһазлы йоҡо бүлмәһендә ҙур карауатым бар, оло экранлы телевизор ҡарайбыҙ. Тик, мин бер карауатта 69 йәшлек ҡатын менән йоҡлайым. Мин был никахта шикләнә башланым...

Минең ҡатыным бик аҡыллы кеше. Ул асыуланманы ла, әрләшмәне лә. Миңә 19 йәшлек ҡыҙ табырға кәңәш итте. Бәләкәй өйҙә, иҫке диванда ятып, аҡлы-ҡаралы телевизор ҡарауҙы мин яңынан ойошторормон, тине 😁✌

Аҡыллы түгелме ни, беҙҙең ҡатындар? Ирҙәрен борсоған әйберҙәрҙе нисек хәл итергә кәрәклеген улар яҡшы белә"!
Автор:
Читайте нас: