Өс иләк аша үтһен
Бер кеше аҡыл эйәһе янына килә лә:
- Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә һөйләгәнен әйтәйемме? - ти, йыш-йыш тын алып.
- Туҡта, көтөп тор, - тип яуаплай аҡыл эйәһе. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр.
- Нисек?
- Беренсенән, был һүҙҙәрҙе дөрөҫлөк иләгенә һал. Миңә әйтәһе һүҙеңдең хаҡ икәнен ныҡлы беләһеңме?
- Юк. Ишеттем генә...
- Яҡшы. Тимәк, дөрөҫмө-түгелме икәнен белмәйһең. Хәҙер инде был хәбәреңде изгелек иләгенән үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында яҡшы хәбәр әйтергә теләйһеңме?
- Юҡ! Киреһенсә...
- Тимәк, - тип һүҙҙе бүлә аҡыл эйәһе. – Һин уның тураһында, хатта ки дөрөҫлөктө белмәһәң дә, ниндәйҙер насар һүҙ еткерергә ниәтләйһең. Өсөнсөһө – файҙа иләге. Миңә был хәбәрҙе ишетеү мотлаҡмы? Ул тормошома ыңғай йоғонто яһармы, файҙа килтерерме?
- Юҡ...
- Тимәк, еткерергә теләгән һүҙең хаҡ та, яҡшы ла, файҙалы ла түгел. Бындай осраҡта уны ниңә әйтергә?