Бөтә яңылыҡтар
"Тура бәйләнеш"
17 Ғинуар 2022, 13:45

Яңы сикләүҙәр

Күмәк саралар үткәреү күсерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, COVID-19 таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән бөтә саралар һаҡлана, тип белдерҙе. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Бынан тыш, республика кимәлендә фестивалдәр, смотрҙар, шулай уҡ күп кеше ҡатнашҡан физкультура сараларын үткәреүҙе һуңыраҡ ваҡытҡа күсерергә ҡарар ителде. Бөгөндән хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын, муниципалитеттарҙа кәңәшмәләр уҙғарыу тыйыла. Хәҙер бөтә кәңәшмәләр ҙә онлайн үткәрелә башлай, тип билдәләне Радий Хәбиров дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

«Күмәк сараларҙы уҙғарыу, ағымдағы хәлгә ҡарап, бер айға, ай ярымға кисектерелә. Муниципалитеттар кәңәшмәләрҙе онлайн үткәрергә, бергә йыйылмаҫҡа тейеш, һәммәбеҙ ҙә онлайн эшләйбеҙ. Юғиһә идара итеү аппаратын юғалтыуыбыҙ мөмкин», — тип өҫтәне ул.

Яҡын арала «ковидҡа ҡаршы» указға тейешле үҙгәрештәр индерелергә тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: