"Тура бәйләнеш"
19 Ғинуар 2022, 15:25

Ике томшоҡло быҙау тыуған

Һыйырҙары оҙаҡ быҙаулай алмағас, хужалар ветеринар саҡырған

Ике томшоҡло быҙау тыуғанИке томшоҡло быҙау тыуған
Ике томшоҡло быҙау тыуған

Кисә, 18 ғинуарҙа, Мәсетле районының Оло Аҡа ауылында дүрт күҙле быҙау тыуған, тип хәбәр итә “Мечетлинская жизнь” гәзите.

Хужаларҙың һыйыры оҙаҡ быҙаулай алмағас, улар ветеринар табип Булат Әлимбаевты саҡырған. Быҙау донъяға килгәс, барыһы ла хайран ҡалған. Ул ике томшоҡло (ике пар күҙле, ике танаулы һәм ике ауыҙлы) булып тыуған.

Быҙау тыуғас та йән биргән.

Фото: “Мечетлинская жизнь”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас