"Тура бәйләнеш"
19 Ғинуар 2022, 09:15

Радий Хәбиров тәүге дүртәү иҫәбендә

Башҡортостан башлығы Рәсәй төбәктәре башлыҡтары рейтингында дүртенсе урынды алды

Радий Хәбиров тәүге дүртәү иҫәбендәРадий Хәбиров тәүге дүртәү иҫәбендә
Радий Хәбиров тәүге дүртәү иҫәбендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Медиалогия» компанияһының 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының рейтингында дүртенсе урынды алды, тип хәбәр итә “Башинформ”. Ике йыл рәттән ул медиарейтингта Волга буйы федераль округындағы коллегаларына алдынғылыҡты бирмәй.

Дөйөм рейтингта беренсе баҫҡысты Мәскәү мэры Сергей Собянин биләй, икенселә — Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов. Өсөнсө урын Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьевта.

«Медиалогия» эксперттары Башҡортостан Башлығының юғары позицияларын Радий Хәбиров тәҡдим иткән бер төркөм проекттарҙың федераль кимәлдә тикшерелеүе менән аңлата. Әйтәйек, былтыр августа Рәсәй Президенты Владимир Путин Әбйәлил районында «Цемикс» ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү заводы эшенә старт бирҙе. Тантанала республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Владимир Путин шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы һәм эшселәр менән аралашты.

Башҡортостан сода компанияһы акцияларының контроль пакетын Башҡортостан милкенә кире ҡайтарыу ҙа киң мәғлүмәт сараларында һәм йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас