"Тура бәйләнеш"
19 Ғинуар 2022, 06:45

ӨЙҘӘН ЭШЛӘҮГӘ КҮСӘБЕҘ!

Рәсәйҙә эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде

ӨЙҘӘН ЭШЛӘҮГӘ КҮСӘБЕҘ!ӨЙҘӘН ЭШЛӘҮГӘ КҮСӘБЕҘ!
ӨЙҘӘН ЭШЛӘҮГӘ КҮСӘБЕҘ!

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшкә күсерергә кәңәш бирҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”.

«Табиптарыбыҙға ярҙам итеү һәм медицина учреждениеларына йөкләмәне кәметеү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә кәрәк. Был тәү сиратта өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандарға ҡағыла», — тине ул.

Мишустин шулай уҡ дистанцион эшкә күсмәгән хеҙмәткәрҙәргә тест үткәреү кәрәклеге хаҡында ла әйтте.

«Мөмкин тиклем хәүефһеҙ шарттар булдырыу мөһим», — тип билдәләне Мишустин.

Фото: "Башинформ"

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас