"Тура бәйләнеш"
2 Февраль 2022, 14:45

Хужаһыҙ эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе аулау өсөн күпме аҡса кәрәк?

Башҡортостанда бөтә хужаһыҙ эттәр һәм бесәйҙәрҙе аулау өсөн кәрәк булған аҡсаны иҫәпләнеләр

Хужаһыҙ эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе аулау өсөн күпме аҡса кәрәк?Хужаһыҙ эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе аулау өсөн күпме аҡса кәрәк?
Хужаһыҙ эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе аулау өсөн күпме аҡса кәрәк?

Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала әле 100 мең берәҙәк хайуан бар, тип яҙа Bash.news. Элек бер этте аулау өсөн 1 мең 300 һум бүленһә, хәҙер 4 мең ҡаралған, әммә был аҡса ла етмәй.

Өфөлә  генә бөтә берәҙәк хайуандарҙы аулау өсөн ярты миллиард һум кәрәк. Бер этте ғүмере буйы аҫрау бюджетҡа 500 мең һумға төшә. Рәсәйҙә ҡабул ителгән законға ярашлы, хужаһыҙ эттәр һәм бесәйҙәрҙе үлтереү тыйыла, улар махсус приюттарға оҙатыла, ветеринар  ҡарауынан һуң күбеһе кире  ебәрелә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас