"Тура бәйләнеш"
6 Февраль 2022, 06:45

Мунсала һөрөм газы менән ағыуланып вафат булған

5 февралдә мунсала ир кешенең кәүҙәһе табылған.

Мунсала һөрөм газы менән ағыуланып вафат булғанМунсала һөрөм газы менән ағыуланып вафат булған
Мунсала һөрөм газы менән ағыуланып вафат булған

Фажиғәле хәл Борай районының Борай ауылында булған. 5 февралдә мунсала ир кешенең кәүҙәһе табылған. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре “ашығыс ярҙам”, газ хеҙмәте барған.

Мунсала янған урындар табылмаған, үлемдең күҙалланған сәбәбе – һөрөм газы мнән ағыуланыу, тип белдергәндәр БР буйынса МЧС-тың матбуғат хеҙмәтендә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас