

Кисә, 13 февралдә, хәбәрһеҙ юғалған малай табылған, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Агентлыҡҡа БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, баланы Салауат районының Ташауыл ауылында тапҡандар. Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре уның унда нисек һәм кем менән барып эләгеүен асыҡлай.
Быға тиклем Арсений Иҙиәтуллин, урмада йөрөп килергә сығып, ғәйеп булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”.