

Башҡортостан парламенты 17 февралдә үткән ултырышта яңы байрам – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре көнөн индереү тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте, тип хәбәр итә Newsbash.ru. Уны 29 октябрҙә билдәләргә тәҡдим ителә. Ярашлы тәҡдимде Дәүләт Йыйылышына – Ҡоролтайға республика хөкүмәте индергәйне.
Спикер Константин Толкачев аңлатыуынса, был дата 1991 йылда Башҡорт ССР-ының Дәүләт мөлкәте менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты ойошторолоуға бәйле һайланған.