"Тура бәйләнеш"
22 Февраль 2022, 11:15

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Һеңлекәш” фильмын күрһәтә

Фильмды күрһәтеү Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы ваҡиғаларға арнала

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Һеңлекәш” фильмын күрһәтәБашҡортостан юлдаш телевидениеһы “Һеңлекәш” фильмын күрһәтә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Һеңлекәш” фильмын күрһәтә

Бөгөн, 22 февралдә, БЮТ каналы Александр Галибиндың  Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” нәфис фильмын күрһәтәсәк. Фильмды күрһәтеү Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы ваҡиғаларға арнала.

Картиналағы хәл-ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бара. Һуғыш үткән украин ауылында Оксана исемле ҡыҙҙың ғаиләһендәге барыһын да фашистар үлтерә. Ҡыҙҙы башҡорт һалдаты табып ала һәм үҙ яғына оҙата. Бала бында Йәмил исемле малайҙың ғаиләһендә йәшәй башлай. Башта Оксана башҡортса һөйләшкән ят мөхиткә өйрәнеп китә алмай, Йәмил ағаһы һәм ауылдың башҡа малайҙары менән мөнәсәбәттә ҡатмарлыҡтар ҙа килеп тыуа. Һуғыш мәленең ауырлыҡтарын бергә кисерә-кисерә Оксана ла ысын мәғәнәһендә ошо ғаилә ағзаһына әүерелә.

“Һеңлекәш фильмы сәғәт 19.40-та башлана. Киләһе йәкшәмбелә сәғәт 12.30-ҙа ҡабатлап күрһәтеләсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас