

Полицияға Хәйбулла районының хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса инспектор-эксперты мөрәжәғәт иткән, ул урманда ҡоралай тиреһен һәм тояҡтарын, шулай уҡ ике гильза тапҡан, тип яҙа Башҡортостан ДТРК-һы.
Ваҡиға урынын тикшергәндә полиция хеҙмәткәрҙәре ҡаргиҙәр эҙҙәре буйынса браконьерҙың ҡайҙан килеүен асыҡлаған. Комсомол ауылында улар шик аҫтына алыныусыны асыҡлай алған, сөнки ауылда уның ғына ҡаргиҙәре бар. Тәртип һаҡсылары 49 йәшлек ирҙе ҡулға алған, ул ҡоралай итен һәм мылтығын ҡайҙа йәшереүен әйткән.
«Полиция изъяла с места происшествия и из дома мужчины пять килограмм мяса косули, зарегистрированное охотничье ружье и останки животного. Сейчас подразделением дознания Отдела МВД по Хайбуллинскому району проводится проверка по факту незаконной охоты. Мужчина задержан в состоянии алкогольного опьянения», — тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.