"Тура бәйләнеш"
10 Март 2022, 14:45

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәренә һорауҙар бирә алаһығыҙ

Республика халҡы һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса тура бәйләнешкә мөрәжәғәт итергә мөмкин

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәренә һорауҙар бирә алаһығыҙҺаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәренә һорауҙар бирә алаһығыҙ
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәренә һорауҙар бирә алаһығыҙ

16 мартта Өфөлә Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре халыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул итә, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Белгестәргә дарыуҙар менән тәьмин итеү, ололар өсөн медицина учреждениелары эшмәкәрлеген координациялау мәсьәләләренә бәйле һорауҙар бирергә мөмкин.

Тура бәйләнеш телефондары:

8(347)229-74-76

8(347)229-74-58

Иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем шылтыратырға була.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас