Бөтә яңылыҡтар
"Тура бәйләнеш"
25 Март 2022, 10:45

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Jeep Grand Cherokee һәм Lada Vesta автомобилдәре бәрелешкән.

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Күмертау ҡалаһының Бабай урамында Jeep Grand Cherokee һәм Lada Vesta автомобилдәре бәрелешеү һөҙөмтәһендә бер водитель тән йәрәхәттәре алған.

Был хәл 24 мартта була. Хәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә авария һөҙөмтәһендә зыян күргән 1974 йылғы водителде тиҙ ярҙам машинаһында дауаханаға оҙатҡандар.

Автоһәләкәт урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары, тиҙ ярҙам бригадаһы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре килгән. Әлегә тикшереү эштәре бара.

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: