-3 °С
Ҡар
Вирусологтар фаразлауынса, корноавирустың яңы тулҡыны, «стелс-омикрон» штамын күпләп йоҡтороу май уртаһында башланыуы мөмкин. Был хаҡта республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова COVID-19-ҙы профилактикалау буйынса брифинг барышында белдерҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Министр урынбаҫары әйтеүенсә, төбәктә коронавирусты иҫкәртеү эше дауам итә, вакциналау бара, ләкин социаль дистанцияны һаҡлау, кешеләр күп урында битлек кейеү буйынса яңыраҡ бөтөрөлгән сикләүҙәргә кире ҡайтырға тура килеүе ихтимал.
“Беҙ яңы тулҡын беҙҙә еңелерәк үтер, тип күҙаллайбыҙ, сөнки был ҡояш ныҡ йылытҡан, кешеләр күберәк баҡсала эшләгән осор”, – тине Кононова.