Уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында “Ғаиләлә туҡланыу”, “Мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу: уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең ҡәнәғәтләнеү кимәле” буйынса анкеталар үткәрелде.
Кластарҙа “Дөрөҫ туҡланыу аша балалаҙың һаулығын нығытыу” темаһына ата-әсәләр йыйылышы үтте.
Аҙналыҡта шулай уҡ “Башҡортостан ата-әсәләре төрөҫ туҡланыу яҡлы!” тип аталған берҙәм республика Асыҡ ишектәр көнө иғлан ителгән. Ошо сара сиктәрендә ата-әсәләр ашханалағы туҡланыу торошон күҙәтәләр. Ашнаҡсы - Айгөл апай бешергән ризыҡтарҙы, һәр бер ата-әсәй тәмләп ҡараны.
Аҙналыҡта тағы ла китапханасы тарафынан “Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе” исемле күргәҙмә ойошторолдо.
Мәктәп буйынса 1-11-се кластар араһында “Сәләмәт мин – сәләмәт Республика” флешмобы үткәрелде.
Был саралар уҡыусыларҙың туҡланыу торошона ата-әсәләрҙең ҡыҙыҡһыныуын булдырҙы. Беҙҙең Ибрай мәктәбендә ата-әсәләрҙең балалар туҡланыуын күҙәтеүе яйға һалынған. Ата-әсәләр коммитеты уны һәр саҡ контролдә тота.
Алсиә Йәғәфәрова.