Бөтә яңылыҡтар
"Тура бәйләнеш"
11 Апрель 2022, 11:45

Рәсәй Пенсия фонды 2002 йылға тиклем эш стажы булған кешеләрҙе иҫкәртте

Граждандарға нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әйттеләр

Рәсәй Пенсия фонды 2002 йылға тиклем эш стажы булған кешеләрҙе иҫкәртте
Рәсәй Пенсия фонды 2002 йылға тиклем эш стажы булған кешеләрҙе иҫкәртте

2002 йылға тиклем эш стажы булған граждандарҙы был хаҡта мәғлүмәттәрҙе тикшерергә кәрәклеге тураһында иҫкәрттеләр, тип яҙа PRIMPRESS. Пенсия фонды белгестәре әйтеүенсә, 2002 йылға тиклем йыйылған хеҙмәт стажы тураһында бөтә мәғлүмәтте ПФР сайтындағы шәхси кабинетта тикшерергә мөмкин. Быны граждандарҙың пенсия хоҡуҡтары тулы күләмдә үтәлһен өсөн эшләргә кәрәк. Һуңынан документтар йыйыуға ваҡыт сарыф итмәҫ өсөн, пенсия йәше етмәгән осраҡта ла  мәғлүмәттәрҙең тулылығын тикшереп ҡуйыу хәйерле.

Рәсми эшләгән бөтә граждандар өсөн Пенсия фондына мәғлүмәттәрҙе эш биреүселәр тапшыра. Әммә ҡайһы берҙә улар махсус йәки осраҡлы рәүештә быны эшләмәй, шуға күрә эшләгән осорҙарҙы тикшереү хеҙмәткәрҙең үҙе өсөн мөһим булып тора. Әгәр кеше үҙмәшғүл булһа, йәки даими булмаған вазифаларҙа эшләһә, мәғлүмәттәрҙе Пенсия фондына шәхси тапшырырыға тейеш.

Фото: vedtver.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: