Яҙ иртә һәм йылы килгәндә һуғанды иртә сәсәләр, әммә йылынмаған тупраҡҡа ултыртылған һуған һабаҡҡа китеп тик торасаҡ. Был хатаны уныш йыйып алғанда күрәсәкһегеҙ – һуғандың баштары ваҡ ҡына була, сөнки баштан уҡ үҫеше яйланған һуған аҙаҡтан да нығынып китә алмай.
Һатып алынған һуған орлоғон тәүҙә киптереп, бер нисә көн йылы урында тоторға кәрәк. Шул ваҡытта үҫеү процесы башланасаҡ. Әгәр ҙә был шартты үтәп торғоғоҙ килмәһә, сәсер алдынан орлоҡтарға тәүҙә 45-50 градустағы йылы һыу ҡойорға һәм һалҡын һыуға һалырға була. "Циркон", "Гумисол", "Рост-1" ашламалары менән эшкәртергә мөмкин. Унан һуң һуған орлоғон марганцовка иретмәһендә дезинфекциялайҙар.
Һуған ултыртҡанда уларҙы ҙурлығына ҡарап айыралар. Диаметры 1 см-ға тиклем булғандарының араһы – 4-5 см, диаметры 1,5 см-ға еткәндәренең араһы 6-8 см, диаметры 2 см-ҙан эрерәктәренең араһы 8-10 см булырға тейеш. Рәт араһы 20 см тирәһе, шул саҡта тупраҡты эшкәртеп тороуы ла еңел, һуған да яҡшыраҡ үҫә, ел дә үтә.
Һуғанды сәскәс, уның төбөндәге тупраҡтың ҡатып китеүенән һаҡланығыҙ. Сөнки үҫемлектең тамырҙарына кислород етерлек кимәлдә кәрәк. Бигерәк тә һыу һипкәндән һуң ерҙе йомшартығыҙ. Һуғандар ярайһы ғына ҙурлыҡҡа еткәс, уларҙы төбөндәге тупраҡтан яйлап таҙарта башлайҙар, һуған эрерәк була һәм тиҙерәк өлгөрә.
Һуғанды ултыртҡас та, аҙнаһына 1-2 тапҡыр уға һыу һибегеҙ. Июлдә, һуған өлгөрә башлағас, артыҡ дым кәрәкмәй, һуғанды йыйырға 2-3 аҙна ҡалғас, һыу һибеүҙе туҡтағыҙ. Әгәр ҙә йәй эҫе һәм ҡоро икән, һуған һулып китмәһен өсөн уға һыу һибеү кәрәк булыр.
Һуған түтәлен сүп үләндәре баҫыуҙан һаҡлағыҙ, сөнки улар дымды һаҡлай, был иһә төрлө сирҙәргә килтереүе ихтимал. Тәүге ашлау һуғанды ултыртып, 15-20 көн үткәс эшләнә. Ғәҙәттә, һыуҙа иҙелгән тиҙәк (1:10) менән ашлайҙар. 10 литр ашлама 1 кв метр майҙанға иҫәпләнә. Тағы өс аҙнанан һуң тағы ашларға була. Әгәр ҙә һуғанды минераль ашлама менән ашларға уйлаһағыҙ, тәүҙә азот индерегеҙ (1 кв метр майҙанға 10-15 г аммиак селитраһы). Өс аҙнанан һуң ошо уҡ күләмдә калий ашламаһы индерәләр. Минераль ашламаларҙы ҡоро көйөнә һибергә була, быны һыу һиберҙән, йәки ямғырҙан алда эшләгеҙ. Алдан һыуҙа иҙеп, түтәлгә һибергә лә була.
Әгәр ҙә бәшмәк ауырыуҙарын һәм һуған себенен иҫкәртәбеҙ, тиһәгеҙ, 1 балғалаҡ баҡыр купоросына йәки баҡыр хлорокисына 1 ҡалаҡ шыйыҡ һабын, 10 литр һыу өҫтәп, һуғандың япраҡтарына һибергә. Быны улар 12-15 см булғанда эшләү уңайлыраҡ. Профилактика өсөн көл һибергә була
Йәш япраҡтар барлыҡҡа килеүҙән туҡтап, булған япраҡтар ергә ята башлаһа, һарғайһа, кипһә, һуғанды йыйып алырға була. Һуғанды ваҡытында йыйып алмаһаң, ул яңынан тамыр ебәрә башлай, ә бындай һуғанды һаҡлауы ауыр. Төнөн һауа температураһы ныҡ һыуына һәм иртә менән ысыҡ ныҡ итеп төшә башламаҫ элек һуған йыйып алынырға тейеш. Һуғанды йыйып алғас, уны еләҫ урында яҡшылап киптерәләр. Иң дөрөҫө - һуғанды түтәл өҫтөнә һалып, ҡояшта киптереү. Кипкән саҡта файҙалы матдәләр япраҡтарҙан һуғанға күсеп бөтә. Һуңынан кипкән япраҡтарҙы 3-4 см ҡалдырып, ҡырҡып ташлайбыҙ, һуғанды йылытылған ерҙә тағы киптерәбеҙ. 8-10 көн 25-30 градуслыҡ йылыла тоталар, был процедура уны инфекцияларҙан арындыра, һуған яҡшы һаҡланасаҡ.
Ләйсән ДАЯНОВА. "Киске Өфө"нән