Мират, быға тиклем ҡулы теймәгән эш ҡағыҙҙарын ҡараштырып, тәртипкә килтереп ултырып, һуңлаңҡырап киткән икән. Кабинетынан сыҡһа, коридорҙа биҙрә даңғырҙатып һөйрәп йөрөгән йыйыштырыусыларҙан башҡа берәү ҙә күренмәне. Ҡайтыу яғына ыңғайлағайны, ҡаршыһына хәләл ефете осраны.
– Мине ҡаршы алырға килә ятаһыңмы әллә? – тине Мират аптырау ҡатыш шикләнеү менән.
– Эштән ваҡытында ҡайтҡаның бармы? Әхирәтемә ҡунаҡҡа китеп барам...
– Малайҙар өйҙәме? Тамаҡтарына ашаттыңмы?
– Улар ҙа әллә ҡайҙа сығып ҡасты. Өйҙә бер үҙем ҡарасҡы һымаҡ ултырғансы тип, сыҡтым да киттем. Бар, ҡайт та яңғыҙың ултырып ҡара! – тине лә шәп-шәп атлап үҙ юлы менән китеп барҙы ҡатыны.
Бындай көтөлмәгән дәғүәгә ни әйтергә лә белмәй, шаңҡып торҙо ла ҡалды Мират. Ҡатыны улай ҡыланмай торғайны. Эстән генә асыу йыйып йөрөй икән дәһа. Ҡатынының һүҙҙәренән йортон ысынлап та ҡотһоҙ ҡарасҡылай итеп күҙ алдына килтереп, ҡайтҡыһы килмәне лә ҡуйҙы. Күпме эшемде атҡарып сыҡтым, тигән ҡыуаныслы кәйефе юҡҡа сыҡты. Аяҡтары, үҙҙәренән үҙҙәре өйө яғына түгел, икенсе урамға атланы. Бер ҡарарға ла килмәне, бер ниндәй маҡсаты ла юҡ һымаҡ, ә үҙе, ҡапыл боларған тойғолары йоғонтоһона бирелеп, китеп тик бара. Башында буталыш: эше тураһындамы, өйө тураһындамы, ҡатыны әйткәндәрҙе уйларғамы? Әллә... Туҡталышта бер төркөм уҡыусы балалар торғанын абайлап, ҡайҙа китеп барам икән, тигән һымағыраҡ ян-яғын байҡаны. Ярай, исмаһам, ҡайһы яҡҡа китеп барғанын төҫмөрләне, урау булһа ла, үҙ яйына йәйәүләп ҡайтыр. Юл ыңғайында әлегә тиклем күңелен борсоған уйҙарынан арыныр, хәрәкәттән тәненә ҡан йүгерер, былай иркенләп, һәүетемсә генә хисләнеп, үҙ яйыңа донъя ҡыҙырыу йыш тәтемәй эш кешеһенә....
«Улым, балаларыңа бәләкәй саҡтарында етерлек иғтибар бүлмәһәң, етәрлек һөймәһәң, иркәләмәһәң, күңел йылыңды биреп еткермәһәң, тормош тәжрибәңде тапшырмаһаң, һөнәргә өйрәтмәһәң, олоғайғас шул хәтлем ныҡ үкендерә», – тигәйне атаһы бер һөйләшеп ултырғандарында. Әллә ниңә уның әсенеп әйткән һүҙҙәренә, өлкәндәрҙең ғәҙәттәге мыжыуы тип ҡабул итепме, артыҡ иғтибар бирмәне. Атаһының әйткәндәрен иҫләне лә, үкенеп ҡуйҙы. Сөнки балалары иркәләп, һөйөп тәрбиәләү йәшенән күптән үткән. Бинең өгөт-нәсихәттәреңде тыңлау түгел, үҙеңә аҡыл өйрәтерлек белемлеләр, үҙһүҙлеләр, тәкәбберҙәр. Ҡартатай, ҡартәсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәрен үҙ балаларынан да яҡыныраҡ күрә, үлә яҙып ярата, тигән билдәле фекергә лә ҡаршы дәлилдәр юҡ бит. Бушҡа ғына түгелдер. Улар ваҡытында үҙ балаларына биреп еткермәгән хис-тойғоларын балаларының балаларына йомарт өләшеп, намыҫтары алдында аҡланып, үҙҙәрен йыуаталыр, үкенеп һыҙлаған, борсолоп ыҙалаған йәндәрен тынысландыралыр, күрәһең...
– Дядя, дай закурить! – Берәүҙең һөрәнләгәне баяраҡ та ҡолағына салынғайны инде, уйҙарына батып барып, иғтибар итмәгәйне. Сәрелдәк кенә тауышы менән, ана, ҡайһылай талапсан ҡысҡыра берәү.
– Дядя, тебе говорят! Дай закурить! – Был уҫал, янаулы тауыш ҡатмарлы уйҙарынан тамам арындырҙы.
– Не курю и тебе не советую, – тине лә, тауышҡа әйләнеп ҡараны. Бер ҡыҙыҡай йүгерә-атлай уға етеп килә. Мират ҡапыл аптырап ҡалды. Алыҫтан ишетелгән һымаҡ булһа ла, тауыштың эйәһе артында ғына тора икән. Ҡараштары ҡыҙҙың башы аша туҡталышҡа төбәлде. Баҡтиһәң, ундағы балалар ҙа был тамашаға битараф түгел: ары нимә булыр икән, тигән кеүек, иғтибар менән күҙәтәләр. Үҙҙәрен тотоуҙарынан, ҡыҙыҡ-маҙар була ҡалһа, ҡушылып уйнарға әҙер тороуҙары шикһеҙ. Бөтә ҡыҙыҡһыныуҙары, бәлки, өлкән кешенең был хәтәр хәлдән нисек лайыҡлы сығыуын ғына күҙәтеүҙер? Ләкин уларҙың ҡиәфәттәре тамашаны ситтән күҙәтеү менән генә сикләнеүгә, шуның менән генә ҡәнәғәтләнеүгә һис тә оҡшамаған. Тәндәре, күҙҙәре, ҡараштарындағы көсөргәнешлек үҙҙәренең дә йүгерергә әҙер тороуын сағылдыра ине. Шул минутта, ниңәлер, Мираттың аңында телевизорҙа күргән, гәзиттәрҙә уҡыған хәҙерге йәштәргә хас төрлө хәүефле күренештәр терелде. Быға хәтлемге булған хәлдәргә тертләгән, тетрәнгән күңелендә береһенән береһе аяуһыҙыраҡ, ҡурҡынысыраҡ ваҡиғалар яңырҙы. Эстән кисергән уй-хистәренән албырғап, икеләнеү, шикләнеүҙәрҙән тарҡалған аңы, ҡапыл килеп тыуған хәтәр хәлде дөрөҫ баһалап, уға ҡаршы торорлоҡ ҡарар ҡабул итер һәләтен юғалтҡайны. Йәне, хәүефле хәлдән сығыу өсөн ҡанына һеңгән иң боронғо, иң ҡырағай, иң ябай ҡасып ҡотолоу һәләтен уятты. Йәндең үҙен һаҡлау тойғоһо, төпкө аң тәьҫире, тән хәрәкәте көсө уны кисекмәҫтән йүгерергә, хәүефле урындан ҡасырға мәжбүр итте. Шул тәбиғи көскә бирелеп, кәүҙәһе алға уҡталды. Дәүҙә аҙымдары йышайҙы, шунан йүгереүгә күсте, аяҡтарын тыя алмай, ҡасты...
– Дядя, дай закурить! – Хәҙер бер генә тауыш сәрелдәмәй ине. Күҙ ҡыры менән генә туҡталыштағы бөтә төркөмдөң уның артынан сапҡанын шәйләне. Әлбиттә, йәштәр етеҙерәк, ләкин улар төрткөләшеп, эткеләшеп, бер-береһенә ҡамасаулай, өлкән кешенең аҙымдары киңерәк, шулай ҙа аралары яҡын ғына ҡала бара. Хәҙер генә ҡыуып етеп, бөтә һөйәктәрен иҙгеләп, ағзаларын ботарлап, өҫтөнән үтеп китерҙәр кеүек. Ҡайҙа ҡасырға, нисек ҡотолорға? Ниңә ҡасырға? Кемдән ҡотолорға? Ни өсөн? Уларҙың алдында ни ғәйебе бар һуң? Яңы саҡ шуларҙы аңлар хәлгә етте. Ләкин һуң ине инде. Ҡасып, баҫтырыусыларҙа табыш артынан ҡыуыусы йыртҡыстар көтөүенең ҡырағай хисен уятты: ҡурҡыуын күрһәтеп, ҡандарын ҡыҙҙырҙы, көстәренә, өҫтөнлөктәренә ышаныс тыуҙырҙы. Ошо ерҙә ҡапыл туҡтап, ҡаршы барыр инең, ҡыҙыулыҡтары менән тапап үтәсәктәр. Уларҙы хәҙер бер көс тә туҡтата алмаҫ. Бәлки, улай ҙа булмаҫ, эргәңдән йүгереп үтер ҙә китерҙәр? Бына бит кеше, минутлыҡ эске тойғо тәьҫиренә бирелеп, үҙен-үҙе ниндәй ҡурҡыныс хәлгә ҡалдыра. Бөтә бәлә шул теле-, киноэкрандарҙа күргән ҡурҡыныс күренеш һындарының аңға һеңеүе һөҙөмтәһелер: һәр ваҡыт әҙәм йәненә ҡайҙандыр үлемесле ҡурҡыныс янай, тигән иҫкәртеү туҡтауһыҙ һеңдерелә. Кеше, күрҙем дә оноттом, тип уйлаһа ла, алама күренеш аңына йоғоп, ҡасан булһа ла шауҡымын һиҙҙерә.
Әлеге хәлен бер төркөм йәштәр менән шаярып ҡына башлаған зарарһыҙ уйынға әүерелдереп, үҙен тынысландырыр ине, тегеләренең ҡылыҡтары ҡыҙыҡ уйын уйнауға бер ҙә оҡшамаған. Эттәрҙән, ғөмүмән, йыртҡыстарҙан ҡурҡҡанды күрһәтеп ҡасырға ярамағанын белә тороп, кеше ҡаса һәм сараһыҙҙан уларҙың йәнендә ҡорбанын эҙәрлекләү тойғоһон уята. Өйөрҙә көтөү психологияһы көслө! Өйөр бер ҡаҡшамаҫ берәмеккә – көтөүгә тупланыуы менән көсөн тоя, өйөр дөйөм хәрәкәт хисенә бирелә, өйөрҙә шәхси яуаплылыҡ тойғоһо һүрелә, яза алыу ҡурҡынысы юғала. Сәрелдәк яңғыҙ тауышты ишеткәс тә, туҡтап, ҡаршы барһа, бәлки, янау, ҡурҡытыу тойғоһо шунда уҡ ҡаҡшағылыр, баҫылыр, өйөрҙөң артыҡ ҡыйыу дәрте һүрелер ине. Ләкин йөрәге ниндәйҙер янау, ҡурҡыныс һиҙеп, йүгерергә, ҡасырға бойорҙо бит! Икеләнеп тә тормай: «Ҡас!» – тине. Был хәлдән ҡасып ҡотолоуың хәйерлерәк, тине аңы ла. Хәҙер инде булған хәлдең сәбәптәрен, аҡланыу юлдарын эҙләү түгел, имен-аман ҡотолоу юлын эҙләргә, кешеләр араһына барырға кәрәк! Шул уҡ өйөр психологияһы буйынса, ҡурҡыныс янағанда йән үҙе кеүектәр араһына һыйынырға теләй, шунда ҡотолоу сараһын эҙләй. Ләкин ҡайҙа һуң кешеләр? Урам буп-буш, бер әҙәм заты күренмәй. Киләһе туҡталышта, бәлки, кешеләр барҙыр? Кеше йөрөмәй торған мәл шул: бөтәһе лә эштән ҡайтып, өйҙәрендә бер-береһенә һыйынған. Ул ғына япа-яңғыҙы! Ул ғына ҡорбан хәлендә! Ышығына һыйыныр, бәләһенән ҡотҡарыр бер йән эйәһе юҡ! Йәнеңә ҡурҡыныс янағанда уның менән ҡапма-ҡаршы яңғыҙың ҡалыуы бигерәк аяныслы икән...
«Баҙар яғына йүгерергә кәрәк!» Йәнен ҡотҡарырҙай был уйҙан йөрәге йылынып киткәндәй булды. Ысынлап та, моғайын, унда кешеләр барҙыр: баҙар күптән бөтһә лә, һатыусылары тиҙ генә таралыша һалмай, әйберҙәрен урынлаштыра, йыйыштыра. Фәҡәт шул яҡҡа йүгерергә кәрәк! Юҡ, туҡтарға һис кенә лә ярамай! Үҙең ҡул күтәрмәһәң дә, үҙҙәре һиңә ырғып имгәнер, яраланыр, шунан һине ғәйепләрҙәр. Ҡасҡас, ҡасып ҡына ҡотола алаһың! Ҡаршы тора алған хәлдә лә, үстәрен алыр өсөн, береһен туҡмарҙар ҙа, һин туҡманы тип яла яғырҙар, күмәкләп шаһит булырҙар – бер үҙең нисек аҡланырһың? Хәҙер улар беҙгә ҡарағанда ла күберәк белә. Әлбиттә, күберәк яуызлыҡ, яманлыҡ, аҙғынлыҡ өлгөләрен. Кемгә ышанырҙар? Саф йәнле, тип иҫәпләнгән балаларғамы, әллә һиңәме? Әлбиттә, балаларға! Шунан ғүмергә әшәке исем тағылыр. Буштан-бушҡа йүгермәй улар. Араларында ҡотортоусы бар! Башҡалары – һарыҡ көтөүе, башлыҡтары нимә әйтә, уйһыҙ ҙа шуға буйһоналар, ярарға тырышалар, ярамһаҡланалар. Ғәҙәттә, иң ныҡ өйөр яҡлы булып ҡыланыусы – ул өйөрҙәге лидерға конкурент була алмай ыҙалаусы. Ул һәр ваҡыт башҡаларҙан айырылып күренеү, лидерға ярамһаҡланыу, башҡалар уның өҫтөнлөгөн күрһен, баһалаһын өсөн алға йүгереп сыға. Хәленән килгәнде, килмәгәнде лә эшләп, өйөрҙә абруй яуларға тырыша. Ул өйөр башлығынан көнләшә, уны күрә алмай, өҫтөнлөгөн күрһәтер өсөн, үҙ йәненә янаған хәүефтәрҙе лә һанға һуҡмай, ҡайһы саҡта әллә ниндәй ҡурҡыныстарға ла ҡаршы ташланырға һәләтле була.
Мират баҙар ҡапҡаһы алдына еткәс, ҡыҙыулығы менән унан сығып килгән кешене төкөп йыға яҙҙы. Ҡараһа, күптәнге танышы Фәрит икән. Ҡасан уның алдына килеп туҡтағандыр. «Ҡотолдом», тигән шатлыҡлы уй йәнен тулҡынландырҙы, йөрәгенә йылы өрҙө. Был осрашыу ғүмерендә көткән иң ҙур бәхете кеүек булды.
– Ҡайҙа ул тиклем ашығып сабаһың, ҡорҙаш? Һаумы!
– Һаумы, һаумы, Фәрит дуҫ! Ана, йәштәр менән баҫтырыш уйнайым, – тигән булды, һығылған тауышы менән, йыш-йыш тын алып. Электән таныш ҡорҙашына быға тиклем бер тапҡыр ҙа дуҫ тип өндәшмәгәнен аңғарҙы. – Хәл юҡ икән бөтөнләй. Ҡыҙыҡ күреп, ярышып ҡараған булғайным, беҙҙең шәп мәлдәр үткә-ә-н. – Ҡорҙашы алдында уңайһыҙ хәлдән сығыуҙы шулай алдашыуҙа күрҙеме, әллә ҡурҡҡаны өсөн үҙен-үҙе йыуатып, меҫкен йәнен аҡлап маташтымы? Уныһы мөһим дә түгел инде: бәләһенән ҡотолдо бит. Әллә-ә-ә, ҡотолдо-мо икән?
– Эштән ҡайтып бараһыңмы? Был яҡтарҙа ни йомош? Баҙар бөттө бит...
– Юл ыңғайы әҙерәк тәнде яҙайым тип, ошо яҡтан ҡайтырға уйлағайным. Бисә ҡунаҡта йөрөй, балалар үҙ кәсептәре менән мәшғүл, өйҙә эт тә юҡ, – тип, әллә зарланды, әллә көйҙө. – Һин нишләп йөрөйһөң бында?
– Былай ғына инеп ҡарап сыҡтым. Берәй таныш осраһа, әҙерәк әңгәмәләшеп, күңелде бушатып алырға ла уйлағайным. Бер кемде лә тап итмәгәс, ҡайтырға сыҡҡайным... – Быға хәтлем йән халәтен һиҙҙермәҫ өсөн артына әйләнеп ҡарарға ла ҡыймаған Мират, әҙерәк тынысланғас, иптәше хәбәр һөйләшкән арала ян-яғына ҡаранып, хәлде байҡап алды.
– Әйҙә, ҡорҙаш, ҡаршы булмаһаң, әҙерәк һөйләшеп ултырайыҡ, ҡасандан бирле күрешкән юҡ. – Үҙе эстән генә, был риза булмайынса, ҡайтып китмәһә генә ярар ине, тип хафаланды. Хафаланырлыҡ шул, баҫтырыусылары бер ситтә эркелешкәндәр ҙә, ары ни булыр икәнен һағалап торалар бит. Ошонан уҡ ҡандары ҡыҙған, күҙҙәре аларған, йәндәре ҡуҙғырғанлығы һиҙелеп тора. Улар ҡорбанынан еңел генә баш тартырға уйламай. Уңайы килеп сыҡһа, хәҙер үк яңынан ябырылырға әҙер торалар кеүек. Ҡыуып еттек, тигәндә генә тырнаҡтарынан ысҡынды бит.
Бәхетенә күрә, баҙар урамындағы кафе ишараты асыҡ икән. Аяғөҫтө генә тороп тамаҡ ялғарлыҡ өҫтәлдәре лә бар. Фәрит, эскә үтә һалып, бер шешә һәм стакандар, ә кибет хужаһы ике ҡулына тәрилкәләр тотоп, йүгерә-атлай килеп сыҡтылар. Эй, ошо тау халҡының үҙ файҙаһын күрә белеүҙә йылдамлығы, яғымлығына иҫең китер. Килгән бер кешене, оҙаҡ көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунағы кеүек, хатта иң яҡын туғаны кеүек ҡаршы ала, уға йылы һүҙен таба, ярай белә. Шулай уйланғанда, үҙенең минутлыҡ ҡурҡыуына бирелеп, бер төркөм балалар менән аңлаша алмай, уларҙан ҡасҡанына ғәрләнде. Ҡастың, әллә ҡурҡырлыҡ сәбәбең бармы? «Намыҫы таҙа кеше ишек шаҡыуҙан ҡурҡмай», тип әйтә ҡытайҙар. Әлеге йәнен баҫҡан бәләһендә үҙе ғәйепле икәнен танырға ла оялған Мират, үҙен балаларҙың «уйынын» ҡабул иткән кеше кеүек хис итеп, йыуатырға тырышты. Әйҙә, нимә ҡыла алырһығыҙ икән, тигән кеүек, тегеләрҙән юрый ғына ҡасҡан булған да, уларға мыҫҡыл итеп, көлөмһөрәп кенә ҡарап тора, йәнәһе. Эйе, үҙен шулай ҡурҡаҡ түгелмен, тип әүрәтергә эргәһендә ҡурсалаусыһы бар бит. Шул уҡ мәлдә: «Ниңә йүгерҙем? Ҡурҡтыммы? Ниндәй меҫкен хискә бирелдем? Нисек был оят хәлдән лайыҡлы сығыу әмәлен табырға?» тигән һорауҙар йәненә тәҡәт бирмәне.
– Әй, әй! Ниңә өндәшмәйһең? Ниндәй уйҙарға бирелдең ул тиклем, мине ишетмәйһең дә шикелле. Хәбәрем менән ялҡыттымдамы? Ҡапмайһың да...
– Юҡ, юҡ! Фәрит, ғүфү ит! Анау балаларға ҡарап аптырап торам, беҙ ҙә шулай эркелешеп йөрөнөкмө икән, көтөү кеүек?
– Балалар төркөмдәргә берләшеп, берҙәмлектәрен тойоп йөрөргә ярата инде. Ниңә уға аптырайһың? Шул мәлдә улар үҙҙәрен хәүефтәрҙән һаҡланған кеүек итеп тоя. Заманында беҙ ҙә командаларға бүленешеп, сафтарға теҙелешеп, йырлашып, бер-беребеҙҙең иңен тойоп, бер-беребеҙҙе аңларға өйрәндек бит. Тәүҙә октябряттар, шунан пионерҙар булдыҡ. Ә комсомолда өлкәндәргә эйәреп, уларҙың берҙәмлек көсөнә таянып, арҡаланып, уларҙан ҡурсаланып, тормош тәжрибәләрен алып үҫтек. Ул ваҡытта шундай берҙәмлек булғанға ла ситкә тайпылыусылар, яман юлдан китеүселәр һирәгерәк булғандыр, тип уйлайым. Тарҡаулыҡта үҫкән йәштәрҙең заманаһы килде илебеҙгә. Улар үҙ маҡсатына өлгәшер, шәхсән мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн алдашыу, урлашыу, хыянатлашыу ғына түгел, үҙе кеүектәрҙең боғаҙынан алыр, үңәстәрен кимерергә һәләтле...
Мират Фәрит ҡорҙашынан был тиклем төплө, дәлилле фәлсәфә көтмәгәйне. Әллә күңеленең төбөн көйҙөрөп ятҡан уй-кисерештәрен асып һалдымы? Бөгөнгө донъя, йәшәйештәге күренештәр, ғәҙәт-ғәләмәттәргә хайран ҡалып, эстән генә янып-көйөп йөрөгән кеше ул ғына түгел, имеш. Ысынлап та, балаларҙың ойошмаларын тарҡатып, формаларын тартып алып, уларҙы берләшеп бер-береһен яҡлауҙан, бер-береһенең иңен, берҙәмлек көсөн тойоуҙан, бер-береһе өсөн яуаплы булыуҙан мәхрүм итеп, өлкәндәр үҙҙәре төрлө төркөмдәргә, партияларға берләште, төрлө тәтәйҙәр тағылған сағыу төҫтәге формалар тектереп кейҙе. «Берлектә – бәрәкәт, тарҡаулыҡта – һәләкәт» икәнен улар яҡшы белә. Өлкәндәр тәжрибәле, улар аҡыллы, хакимлыҡ дилбегәләре лә үҙҙәренең ҡулында булғас, әлбиттә, иң алда үҙҙәренең хәүефһеҙлеген, үҙҙәренең уңайлығын, үҙҙәренең мәнфәғәттәрен уйлай! Бер төрлө формаға кейенгән командала йөрөһәң, яңғыҙ түгелһең! Әлеге лә баяғы өйөр берҙәмлеге көсө тыуа. Икенсенән, форма кейеп, аламалыҡ ҡылһаң, шул формалағыларҙы оятҡа ҡалдырып, уларҙың нәфрәтен, язаһын алыу ҡурҡынысы һәр кемде тәртип ҡағиҙәләренә буйһоноуға, тотанаҡлыҡҡа күндерҙе. Балаларҙы шул яҡлаулы булыуҙан, ярҙамсыллыҡтан, яуаплылыҡтан мәхрүм иткән өлкәндәр нимә уйлай икән?
Һөйләшкән арала стакандарынан да уртлап алдылар. Ҡорҙашының теле асылыуының сәбәбе лә шундалыр, күрәһең. Күпме һөйләһә лә риза, тик ҡайтырға тип кенә ҡуҙғырмаһа ярар ине, сөнки, ана бит, баҫтырыусылары: «Ҡотолдом тип уйлама, барыбер беҙгә эләгәсәкһең» – тигән кеүек, һаман ҡаштары аҫтынан һөҙөп уҫал ҡарап торалар. Уларға энә осондай ғына зыяным тейһә – бер хәл! Ә ҡылыҡтарына ҡарағанда, мин уларҙың аталарын атҡан дошмандары тип уйларһың. Туҡта әле! Бәлки, ысынлап та, бөтә бәлә шундалыр? Һәр бер ҡатмарлы хәлдең сәбәбен табыу – ул хәлде еңеү менән бер бит. Сәбәптәрен тапһаң, ауыр хәлдән сығыу юлын табыуы ла еңел. Ул быға тиклем ниңә ҡурҡты, шомланды, сәбәләнеүгә бирелде? Сөнки балаларҙың уға төбәлгән агрессияһының сәбәбен аңламаны, шуға күрә лә, ҡапыл ҡаушап, самаһыҙ ныҡ ҡурҡты. Хәҙер әҙерәк аңлай башланы, шикелле. Бәлки, бөтә сәбәп уның вазифалы эштә булыуындалыр? Яуаплы хөкүмәт эшен атҡарғанда күп кешеләр менән аралашырға, сәкәләшергә, һүҙгә килешергә лә тура килә. Эше буйынса төрлө кимәлдәге, төрлө вазифалағы етәкселәр менән дә ҡатнаша. Эш булғас, төрлө мәлдәр, төрлө хәлдәр булып ҡына тора: тәнҡитләргә лә, әрләргә лә, яуапҡа тарттырырға ла тура килә ҡайһы бер артыҡ шашып киткәндәрен. Әллә... Арабыҙҙа кеҫәһендә йоҙроҡ төйөп йөрөүселәр аҙ түгел бит, беләбеҙ! Үҙе менән тиң көслөләргә ҡаршы торорлоҡ көсө, батырлығы етмәгәс, үсен башҡаларҙан, үҙенән мөсһөҙҙәрҙән, үҙенә бәйлеләрҙән йә үҙенә буйһоноусыларҙан ала. Халыҡ «Көслөнән ҡурҡма, үсленән һаҡлан», тип бушҡа ғына әйткән тиһеңме? Атаһының көсһөҙлөгөн күреп, ғәрләнеп үҫкән бала атаһының меҫкенлеге өсөн үсен алып маташалыр. Бик ихтимал! Хәҙер етәксе урындарҙа фәҡәт ошо йәштәге балаларҙың ата-әсәләре күберәк эшләй.
Был балаларҙың араһында мотлаҡ лидер булырға тейеш. Төркөмдән шул баланы айырып алғанда, өйөр, һис шикһеҙ, тарҡаласаҡ! Һис юғында, төркөмдән теләһә ҡайһы береһен генә айырып алғанда ла, бер-береһенә ышанмаусанлыҡ, шикләнеү тыуыуы арҡаһында, өйөрҙөң тылсымлы тәьҫир көсө юҡҡа сыҡмаһа ла, кәмейәсәк! Төркөмдә урыҫ, мосолман балалары, тимәк, урыҫтар араһында мотлаҡ Саша, Сергей йәиһә Настя, Валя исемле, мосолмандары араһында хәҙерге киң таралған иҫемдәрҙән, шикһеҙ, Азамат, Илдар йә Лилиә, Гүзәл исемлеләр булырға тейеш. Береһен таныған кеше булып, исемләп өндәшергә кәрәк. Ысынлап та араларында шундай исемлеһе булһа, уны танығандарын аңлаған бала башҡалар алдында баҙап ҡаласаҡ. Башҡаларында уға ҡарата шикләнеү, икеләнеү тыуасаҡ, ҡурҡасаҡтар. Бәлки, әңгәмәсе дуҫы береһен таныйҙыр?
– Анау балалар беҙгә текләшеп ҡарап тик тора. Һине танып туҡтап ҡалдылармы, әллә беҙҙән берәй нәмә кәрәкме икән? Ят кеше барҙа яҡын килергә уңайһыҙланаларҙыр, танышың булһа, саҡырып һора.
– Юҡ, береһен дә танымайым, шикелле. Юҡ, точно, береһен дә белмәйем...
Был хәйлә лә килеп сыҡманы. Исемләп өндәшеп ҡарарға кәрәк. Араларында ундай исемлеһе булмаһа ла һиҫкәнерҙәр, танып ҡуйырҙар тип, таралырҙар.
– Саша, иди сюда! – Бер бала, ысынлап та, торған еренән ҡуҙғала биреп ҡуйҙы, үҙенә өндәшкәндәрен аңлаптыр, ҡаушап ҡалды, башҡалары ҡапыл унан ситкә тайпылған кеүек күренде. Ләкин был япраҡҡа еләҫ кенә ел ҡағылыуы кеүек үҙгәреш һиҙелерлек тә булмағандыр. Төркөм йәһәт кенә үҙ хәлен тергеҙҙе, текләп тороуын дауам итте. Бәлки, ныҡышмалыраҡ, бойороп әйтергә кәрәктер? Ҡабатларғамы, юҡмы? Икенсе исемде әйтһәң, бөтә эште боҙоп ҡуйыуы ла ихтимал. Ярай, ары нимә булыр икән, әҙерәк көтөргә кәрәк. Уларҙың да күңеле тыныс түгел бит инде, уларға ла шом килде, һәр береһе эстән генә уйлана, һәр береһе килеп тыуған хәлде анализлап, үҙ хәлен хәстәрләүҙе ҡайғырта. Уйланһындар әйҙә! Уйланыу хәленә еткереү үҙе еңеүгә бер аҙым. Бәлки, үҙ-ара бәхәсләшә, дәғүәләшә башларҙар, ризаһыҙлыҡ белдереүсеһе лә табылыр. Улар бөтәһе лә бер төрлө түгел бит: береһе генә булһа ла килеп тыуған мәғәнәһеҙ көсөргәнешлеккә оҙаҡ түҙмәйәсәк. Көтөргә кәрәк, күҙ күрер.
– Ярай, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ҡайттыҡмы? Һөйләшергә лә артыҡ теләгең юҡ шикелле. Иҫәңгерәгән кеше кеүекһең. Эштәме, өйөңдәме берәй хәл булдымы әллә? Алсаҡ, ихлас була торғайның, бөгөн бигерәк иләҫ-миләҫһең... – Уй, Аллам, бәләһенән ҡотҡарыусы фәрештәһе ишетергә ҡурҡҡан һүҙҙәрен әйтте бит, тәки. Һиңмайланып торған арала шешә лә бушаған икән...
– Юҡ, юҡ! Аптырама, ғәфү ит! Үҙ кисерештәремә биреләм дә китәм шул. Проблемалар күп инде ул, беҙ ҡасан унһыҙ йәшәгәнебеҙ бар? Был кибеттең хужаһы һәйбәт танышың күренә, стакандарға әҙерәк ҡоярлыҡ нәмәһе тағы бармы икән, мин һыйлайым. Бер ыңғай, фотоаппараты йә бинокле булмаҫмы, шуны ла белеш сәле. – Был уй ҡапыл ғына ҡайҙан башына килде, уйлап та өлгөрмәне, һораны ла ҡуйҙы.
– Әллә. Белешәйем. Улар һиңә нимәгә кәрәк булды, тип һорамайым да, аптыраттың бөгөн, ҡәҙимге! Ҡойғанды бер нәмә ҡапмайынса һыу кеүек йотоп тик тораһың, өҫтәргә һорайһың. Ғүмерҙә ҡыланмағаныңды...
– Әйттем бит, бөгөн әллә ниндәй сәйер кәйеф баҫты. Үҙем дә аптырайым... Анау балаларҙың береһен төҫмөрләгән кеүекмен, әллә яңылышаммы икән, тип үҙемде тикшереп ҡарайым тигәйнем. Биноклдән ҡараһам йә фотоға төшөрөп, малайҙарыма күрһәтһәм, үҙемдең яңылышмауыма инаныр инем.
– Тапҡанһың ҡыҙыҡ. Ул баламы, түгелме, ниндәй айырмаһы бар?
– Ярай, ҡыйын түгел бит, белешеп кенә сыҡ инде. – Инәлеп тигәндәй үтенде.
– Хәҙер алып килә... – тип, үҙалдына тағы әллә нимәләр өсөн һуҡрана-һөйләнә, йәтеш кенә шешә тотоп килеп сыҡты иптәше. Кибет хужаһы шул арала йүгерә-атлай күрше кибет яғына ыңғайланы. Бигерәк бөтмөр инде ул тау халҡы. Үҙенә кәрәк кешеһенә ярай ҙа, күңелен таба ла беләләр. Ул ярамһаҡлы холоҡтарынан ғәрләнмәйҙәр ҙә. Ана, ҡайһылай ҙур йомош үтәгән кешеләй әрһеҙләнеп йүгерҙе, тапмайынса килмәҫ, ахыры. Шулай тип уйлап та өлгөрҙө, өҫтәлгә фотоаппарат килеп тә ятты.
Боронғо һәйбәт фотоаппарат. Кем уны нимәгә тоталыр бында. Исмаһам, пленкаһы бармы икән? Ярай, һөйләнмә! Һораның, теләгеңде үтәнеләр, тағы нимә кәрәк? Һиңә бит кадрға төшөрөү йоғонтоһон күреү, шуны ғына файҙаланыу шарт. Үҙен сәпкә алынған объектка әүерелдереп, тоҫҡап фотоға төшөрөп алғандарын күргән йән, сәбәбен белмәйенсә, янауын аңламайынса, бер ваҡытта ла тыныс була алмай. Был хәлдә үҙен ҡорбан итеп тоя, кемдер уға һунарға сыҡҡан тип уйлай, һаҡланам, ҡотолам тиһә, ул хәҙер үҙе ҡасырға, йәшенергә, йөҙөн, ҡиәфәтен, ҡылығын үҙгәртергә мәжбүр буласаҡ. Аппаратты футлярынан алып, төркөмгә ҡаршы китте, ниңә икәнен уйлап та торманы. Торған еренән генә төшөрөүгә ҡарағанда, уларға яҡыныраҡ барып, күҙҙәренә тоҫҡап төшөрөү ҡоттарын нығыраҡ алыр, тип ышанды. Хәҙер яйлап ҡына инициатива үҙенең яғына күсеүе өҫтөнлөгөн һиҙеүенән үҙен ҡоралланған һунарсы, ҡорбанын эҙәрлекләүсе итеп тойҙо. Быға тиклем эргәһендә кеше булыуы тынысландырһа, хәҙер иһә ҡулында үс алыу ҡоралы булыуы йәненә ҡыйыулыҡ ҡына түгел, тәкәбберлек өҫтәне. Йәнендә һаҡланыу тойғоһо бөтөнләй һүрелмәгән икән. Әммә тегеләр ҡымшанмай ҙа тура ҡарап тик торалар. Ҡоттары осоп ҡурҡҡанға ла оҡшамайҙар. Ләкин ҡараштарында ҡаушауҙары, икеләнеүҙәре һиҙелә. Оҙағыраҡ ыҙалатҡыһы, нығыраҡ ҡурҡытҡыһы килә. Ә ниңә теләгәнеңде үҙеңдән үҙең йәшерергә, ҡурҡып ҡасҡаны, оятҡа ҡалғаны, уның көсһөҙлөгөн күргәндәре өсөн туйғанса үсен алырға хаҡы бар. Башҡа алға атлап торманы: шул туҡтаған еренән, тоҫҡап атҡан кеүек, фотоаппараттың затворына баҫты. Үҙенең өҫтөнлөгөн тойоу ләззәтен йәне, тәненең бөтә күҙәнәктәре менән татып ярһыны. Төркөмдөң ҡаушауын һиҙгән һайын, ҡотороп ярһыны, уларҙы баҫтырып етеп, фотоаппаратын һәр береһенең күҙенә тоҫҡағыһы килде. Үҙенең хәлен контролдә тотоу һәләтен юғалтты. Был мәлдә ул һунарсы ғына түгел, йыртҡысҡа әүерелергә әҙер булғандыр... Әүерелмәһә...
Аңына килгәндә бөтә тәне лысма тир ине. Табышын баҫтырып хәлһеҙләнгән йыртҡыс кеүек киҫкен тын ала, һауа етешмәй, ҡулдары, аяҡтары ғына түгел хатта, ирендәре ҡалтырай, күҙҙәре тонған. Төркөмдәге үҙгәрештәрҙе күреү, баһалау түгел, ян-яғын байҡарлыҡ, үҙенең халәтен һиҙерлек тә хәле юҡ. Ә төркөм был арала күҙгә күренеп ҡаҡшаны, бүленде, хәрәкәткә килде. Йән берҙәмлектәре сатнаны. Сатнаған көҙгөнөң сихыры юҡ! Төркөмдәгеләр ниндәй хистәр, тетрәнеүҙәр кисергәндер, ләкин элекке кеүек татыу түгелдәр ине. Ҡулдарын болғашып, эткеләшеп, төртөшөп тәүҙә ике бала айырылды, уларға тағы икәүһе эйәрҙе. Төркөм быға тиклем ышаныслы торошо менән ҡаҡшамаҫ ҡая һымаҡ булһа, хәҙер емерелеп, онталып ятҡан таштар өйөмөн хәтерләтте...
Мират торған ерендә ҡатып ҡалған. Ары нимә эшләргә? Үҙен нисек тоторға? Нимә булды уға? Яңы ғына ошо ерҙә ниндәй яуызлыҡ ҡылды? Күңеле ниндәй афәт кисерҙе? Аңын, аҡылын, йөҙөн юғалтырлыҡ, сығырынан сығарырлыҡ шул хәтлем ниндәй хәүеф янаны? Ул янау шул тиклем көсөргәнешле хистәргә, кисерештәргә бирелерлек, йәнен дә фиҙа ҡылырлыҡ ҡурҡыныс инеме? Әллә бөтәһе лә уның мейеһендә тыуған аңлайышһыҙ шикләнеү, икеләнеү, уйланыуҙар һөҙөмтәһеме? Күңелендә ташҡан тойғоларына бирелеп, үҙен-үҙе ярһытыуымы? Аңы йәненә тыуҙырған һынаумы? Күпме баҫып торҙо был хәлдә? Ҡорҙашы нимә уйлай икән уның тураһында? Ҡарап, аңлап торамы? Мыҫҡыл итеп көлөп торамы?
Мират минутлыҡ хистәренә бирелеүенә үкенде. Бәлки, ул хәтлем ярһыуҙың сәбәптәре лә булмағандыр? Иптәше алдында оятҡа ҡалмаҫ өсөн, исмаһам, йәһәт кенә аҡланыу юлын табырға кәрәк. Әйтеүе анһат... Ғәҙәттә, ирҙәр әҙерәк «төшөрөп» алһа, хәбәрҙәре нимә тураһында икәне билдәле: сәйәсәт, тормошҡа зарланыу, еңеүҙәргә маҡтаныу – бөтәһе лә бер бутҡала болғана. Мират бөтә булған оҫталығын туплап, хәбәре менән ҡорҙашының аңын бутарға кереште. Нимә булһа ла иҫендә ҡалһын, һөйләһен, ләкин Фәрит Мираттың оятын, хурлығын ғына аңламаһын, һиҙмәһен, ул турала уйларға ла онотһон! Үҙенә лә, дуҫына ла шешәнән өҫтәне лә ҡойҙо, һөйләп хәбәре бөтмәне. Йән афәтенән ҡотолоу шатлығын ҡапыл ғына баҫа алмай тәьҫирләнде, тулҡынланды, бахыр, хисле йәнле әҙәм балаһы...
Урал Мостафин.