– Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы “Айыҡ ауыл 2020” республика конкурсында икенсе урын алғандан һуң, ауыл халҡы хәмер һатыуҙы рәсми рәүештә тыйырға теләк белдерҙе. Граждандарҙың ихтыярын ауыл биләмәһе депутаттары хупланы, улар артабан граждандарҙың башланғысын район Советында ҡарауға сығарҙы. Район советы депутаттары документтар пакетын әҙерләп, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт итте. Бөгөн уларҙың тәҡдиме закондар сығарыу кимәлендә хуплау тапты. Республика бәйгеһендә еңеү ауыл халҡы өсөн ҡеүәтле этәргес булды. Хәйер, Яҡут ауылында иҫерткес эсемлектәр былай ҙа һатылманы, сөнки уға ихтыяж юҡ. Шуға күрә ауыл халҡы йыйылышҡа йыйылып, алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыуҙы ҡануни яҡтан да тыйырға ниәтләне, - тине Фәнит Насип улы.