Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Бик тиҙҙән хәҙерге йыл тарихта тороп ҡаласаҡ. Яңы 2023 йылға аяҡ баҫҡанда беҙ үткәненә йомғаҡтар яһайбыҙ һәм киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Йыл ябай булманы, әммә шуға ҡарамаҫтан, беҙ уны билдәле бер ҡаҙаныштар һәм, иң мөһиме, киләсәккә ышаныс менән оҙатабыҙ. Беҙҙең барыбыҙҙы ла ҙур һәм көслө илебеҙ, Бөйөк һәм ҡеүәтле держава берләштерә. Бөгөн беҙ бер ваҡытта ла булмағанса берҙәм булырға, бер-беребеҙгә таянып һәм ярҙам итеп, бергәләп эш итергә тейешбеҙ. Районыбыҙҙың сәскә атыуы – ул бөтә Рәсәйҙең дә үҫеш нигеҙе.
Ҡәҙерле дуҫтар, Яңы йыл һәм Раштыуа – үткәндәрҙе, хәҙергене һәм киләсәкте, яҡты хыялдарҙы һәм яңы маҡсаттарҙы берләштереүсе байрамдар. Бик тиҙҙән Кремль куранттарының сыңы беҙгә яңы 2023 йыл килеп етеүе тураһында хәбәр итер. Уның ниндәй булыуы, нимә килтереүе күп йәһәттән беҙҙең үҙебеҙгә – нисек эшләүебеҙгә, ни тиклем түҙемле, берҙәм, тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы булыуыбыҙға, бер-беребеҙҙе аңлай һәм ихтирам итә белеүебеҙгә бәйле. Беҙ күп нимәгә өлгәштек, әммә алда тағы ла ҙурыраҡ эштәр тора. Ә маҡсаттарыбыҙға ирешеүҙә беҙ ныҡышмал һәм тырыш буласаҡбыҙ. Беҙҙең алда ҙур һәм көсөргәнешле эштәр, яуаплы бурыстар. Уларҙы бергәләшеп уңышлы хәл итәсәгебеҙгә ышанам.
Һеҙҙең барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! Бөтә пландарығыҙ һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Яҡынлашып килгән байрамдар менән, дуҫтар!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.