Беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән
Хөрмәтле депутаттар, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, муниципаль хеҙмәт ветерандары, ауыл старосталары һәм барлыҡ урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе һөнәри байрам – Урындағы үҙидара көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Бөгөн урындағы үҙидара органдарына территорияларҙың социаль-иҡтисади хәл-торошо, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Һеҙ көн һайын күп төрлө бурыстарҙы хәл итәһегеҙ, йәшәйештең төрлө өлкәләрендә эшләйһегеҙ. Был ҡатмарлы, әммә маҡтаулы миссияны үтәү өсөн үҙ эшеңә намыҫлы мөнәсәбәт, ҙур яуаплылыҡ, үҙеңә һәм коллегаларыңа ҡарата талапсанлыҡ кәрәк.
Һеҙгә көс-ҡеүәт, инициативалылыҡ, тыуған районыбыҙ именлегенә яңы үрҙәр һәм ҙур ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ! Йәнәшәгеҙҙә һәр ваҡыт ышаныслы һәм тоғро ярҙамсылар, фекерҙәштәр булһын. Кешеләрҙең аңлауы һәм хуплауы һеҙгә ҡаршылыҡтарҙы еңергә һәм теләгән һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итһен!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.