Ырымбур өлкәһендә тыуһа ла, үҙен белгәндән алып Таҙларҙа йәшәгән Фирҙәүес Хәлитова үҙенең тыуған ере тип ошо ауылды һанай. Бар ғүмерен ошонда үткәргән педагог-ветеран әле лә сафта, ул – Таҙлар ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе.
Хеҙмәт юлын Сирғолда башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып башлаған Фирҙәүес Минһаж ҡыҙын бер йыл уҡытҡас, Таҙларға саҡыртып алдылар. Ул математика, физика, черчениенан белем бирә, лабораторияны ла алып бара. Физматҡа ситтән тороп уҡырға ингән ҡыҙ, 19 йәшендә кейәүгә сыға. Бәләкәс улын ҡалдырырға кеше булмағас, уны ташларға мәжбүр була. Балалар баҡсаһына эшкә сыҡҡас ҡына педучилищела белем ала. Практика булғас, уҡыуы ла еңел була, ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 13 йыл балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй.
– Эшемде, балаларҙы ныҡ яраттым. Хәҙер ҙә яратам, – ти тәжрибәле педагог. Уның был юлдан китеүенә, моғайын, атаһының ҡасандыр уҡытыусы булып эшләүе лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
Тормош иптәше, бер урамда уйнап үҫкән Ким ағай менән быйыл алтын туйҙарын үткәргәндәр. Хәлитовтар өс бала үҫтергән. Улдары Ринат шәхси эшҡыуар. Өфөлә йәшәһә лә тыуған ауылында ойошторолған эштәрҙә әүҙем, ҡулынан килгәнсе матди ярҙам күрһәтә. Ҡыҙҙары Лариса Шаҡша ҡасабаһында, тормош иптәше менән алты бала тәрбиәләй. И икәүһе – үҙҙәренеке, ҡалғандарын тәрбиәгә алғандар. Әле кейәүҙәре – махсус хәрби операцияла. Рәйләләре Йоматауҙа йәшәй, Өфөләге “Таланттар ҡалаһы” өҫтәмә белем биреү үҙәге директоры.
“Балаларығыҙҙы нисек үҫтерҙегеҙ?” тип, тәрбиә алымдары менән ҡыҙыҡһыныуыма, Фирҙәүес апай:
– Ҙур ҡыҙыма тәрбиәселеккә бар тигәйнем, “Хәҙер! Һинең беҙгә мәңге ваҡытың булманы. Мин үҙемдең балаларымды улай үҫтергем килмәй. Кеше балаһы һиңә яҡыныраҡ булды”, – тип яуапланы. Улар үҙ аллы үҫте. Әммә, әгәр ваҡытты кире бороп булһа, мин барыбер ошо юлдан китер инем, – тип яуапланы. – Хәҙер тормошто нисек кенә яманламаһындар, барыбер тормош матур, йәштәргә тырышып эшләргә бөтә шарттар бар, эшлә лә эшлә генә. Мәктәпкә эшләргә уҡытыусылар килмәй тигәненә аптырайым, ә беҙҙең осорҙа педагогтар етмәне. Беҙ бәләкәй саҡта магазиндың стенаһына ҙур хәрефтәр менән “Нынешнее поколение советских людей будет жить при коммунизме” тигән лозунг тора ине. Баҡтиһәң, беҙ коммунизмда йәшәгәнбеҙ, тик белмәгәнбеҙ икән...
Фирҙәүес Минһаж ҡыҙы 2018 йылдан бирле ветерандар советы рәйесе булып эшләп килә. Биләмәлә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнап, ойоштороп йәшәй. Китапханасы Ләйлә Хәмитова менән бергәләшеп ауылдаштары, яҙыусы Бәхтиәр Хәлитовтың хәтер кисәһен үткәргәндәр. Мәктәп директоры Әнзинә Дүшәнбаева менән дә килешеп эшләйҙәр. Уны балаларға остаз итеп ҡуйғандар. Бергәләп окоп шәмдәре эшләгәндәр. Унан тыш носкиҙар бәйләп ебәргәндәр ауылдаштар, Өфөләге Таҙлар ауылы егеттәре бергәләп аҡса йыйып, шуға кәрәкле әйберҙәр алып ебәргәндәр.
– Йәштәр былай, йәштәр тегеләй тип күп һуҡраналар бит ололар. Үҙебеҙҙән тора: беҙ нисек, улар шулай. Беҙ йәш саҡта беҙҙе лә әрләй торғайнылар, уларға оҡшап, беҙ ҙә әрләп ултырмайыҡ әле, тием, – тип көлә Фирҙәүес апай. – Әле сараларға хаҡлы ялға күптән сыҡҡандар әүҙем йөрөй. Ә яңыраҡ пенсияға аяҡ баҫҡандар өйҙә ултырып туймаған әле. Мин үҙем дә: “пенсияға сыҡһам, үҙәккә бер аҙым да баҫмайым”, – тип уйлай торғайным. Сыҡмаҫһың, шунда уҡ староста итеп һайлап ҡуйҙылар, алты йыл унда йөрөгәс, ошонда һайлап ҡуйҙылар. Пандемияға тиклем кеше әүҙем йөрөй торған концерттарға, төрлө сараларға, хәҙер кеше әллә өйҙә ултырып өйрәнеп киттеме, әллә ҡурҡыу ҡалғанмы – һирәк йөрөй.
Беҙ барғанда, Фирҙәүес Минһаж ҡыҙы ауыл халҡы менән әҙерләү өсөн спектакль һайлау менән мәшғүл ине. Уға был эштә Ләйлә Хәмитова оло ярҙам күрһәтә. Өлгөлө ветеран 16 тапҡыр донор ҙа булған. Йыл һайын һайлау комиссияһында ла эшләп килгән.
Шулай, хаҡлы ялда ла күптәргә өлгө булырлыҡ әүҙем тормош алып бара ветеран-педагог. Һәр саҡ асыҡ йөҙлө, дәртле кеше ул, ыңғай кәйефен эргәһендәге кешеләргә лә “йоҡтора” тиҙәр ундай кешеләр тураһында.
Айгөл Ҡылысбаев.
Автор фотоһы.