Урындағы үҙидара
21 Апреля 2025, 06:20

Халыҡҡа хеҙмәт итеү – ҙур яуаплылыҡ

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов Урындағы үҙидара көнө менән ҡотланы

Халыҡҡа хеҙмәт итеү – ҙур яуаплылыҡХалыҡҡа хеҙмәт итеү – ҙур яуаплылыҡ
Халыҡҡа хеҙмәт итеү – ҙур яуаплылыҡ

Хөрмәтле урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, коллегалар!

Халыҡҡа хеҙмәт итеү – еңел булмаған хеҙмәт һәм ҙур яуаплылыҡ. Сөнки иртәгә халыҡтың тормошо ниндәй буласағы муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең һәм бөтә кимәлдәге депутаттарҙың бөгөнгө эшенә бәйле. Халыҡ менән асыҡ диалог һөҙөмтәһендә урындағы үҙидара органдары граждандарҙың теләктәрен ишетә һәм иҫәпкә ала, уларҙың мәнфәғәттәрен үҙ эшенең төп маҡсаты итеп ҡуя.

Ҡәҙерле коллегалар, һеҙ көн һайын күп һанлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ, йәшәйештең төрлө өлкәләрендә эшләйһегеҙ. Үҙ эшеңә намыҫлы мөнәсәбәт, юғары башҡарыусанлыҡ, үҙеңә һәм коллегаларыңа ҡарата талапсанлыҡ булмайынса тороп, был ҡатмарлы, әммә мәртәбәле миссияны үтәү мөмкин түгел. Бергәләп ҡыйыу проекттарҙы тормошҡа ашыра һәм иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә алыуыбыҙға ышанам. Бының өсөн беҙҙе иң мөһиме – бөтә көсөн һалып эшләй белгән ҙур һәм татыу профессионалдар командаһы бар

Төрлө йылдарҙа райондың урындағы үҙидараһын булдырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән хөрмәтле ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәре юллайым. Һеҙҙең емешле эшегеҙ, тәжрибәгеҙ, инициативағыҙ, мөһим ҡарарҙар ҡабул итә белеүегеҙ һөҙөмтәһендә райондың урындағы үҙидара органдары үҫешә, һеҙ башлаған традициялар дауам итә.

Был байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, тыуған район именлеге хаҡына урындағы үҙидараны артабан нығытыуҙа яңы уңыштар теләйем.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас