+20 °С
Облачно


Ейәнсура районының Үтәғол ауыл биләмәһендә яңы башлыҡ һайланды. Был хаҡта социаль селтәрҙә “Кадры Зианчуринского района” төркөмө хәбәр итте.
Кисә Үтәғол ауыл биләмәһе Советының сираттан тыш ултырышы үтте, унда биләмә башлығы Дәүләтбәков Денис Фәнис улының вәкәләттәре үҙ теләге буйынса ғаризаһы нигеҙендә туҡтатылды. Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына бер тауыштан Ҡунаҡбаев Ғәлим Зәбихулла улы һайланды.