Ваҡиғалар
11 Августа 2021, 14:30

Әшнәләре менән бергә тотош ғаиләне урлаған

Әшнәләре менән бергә тотош ғаиләне урлағанӘшнәләре менән бергә тотош ғаиләне урлаған
Әшнәләре менән бергә тотош ғаиләне урлаған

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре етди енәйәтте асҡан.

Был хаҡта, БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә таянып, “Newsbash” хәбәр итте.

Әбйәлил районында 23 йәшлек ир үҙенең 31 йәшлек һөйгәне менән айырылышыуҙы бик ауыр кисергән. 7 августа ул дуҫтары менән элекке йәренең 22 йәшлек һылыуын урлаған. Уны машинала кеше йөрөмәгән урынға алып барған һәм апаһының ҡайҙа булыуын әйтеүен талап иткән. Ҡурҡҡан ҡыҙ уның һорауҙарына яуап бирә алмаған һәм агрессор уның 23 йәшлек тормош иптәшен дә урлаған. Ирле-ҡатынлылар уның элекке һөйгәне Өфөгә китеүе мөмкин булыуын әйткәндәр. Ошо уҡ кистә ул баш ҡалаға юлланған, ә ир менән ҡатынды бер дуҫы менән ҡалдырған. Бәхеткә күрә, улар тотҡонлоҡтан ысҡына алған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.

Егет үҙенең дуҫы менән Өфөлә элекке йәрен эҙләп тапҡан һәм уны шулай уҡ урлаған. Юлда ул иптәшен машинанан төшөрөп ҡалдырған. Был ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре кеше урлаусыны эҙләй башлаған. Уның эҙенә магазин талағандан һуң төшкәндәр – егет киоскыға боросло балончик менән үтеп ингән һәм 1800 һум аҡса, аҙыҡ-түлек урлаған. Ҡырмыҫҡалы районының бер юлында егеттең автомобиле туҡтатылған.

Егет һәм уның әшнәләре ҡулға алынған. Бәхеткә күрә, урланған ир менән ҡатынға һәм ҡыҙға табиптар ярҙамы кәрәкмәй. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәҙер кеше урлаусыларға 12 йылға тиклем иректәренән мәхрүм итеү янай.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас