+21 °С
Облачно


Кисә сәғәт 14.45-тә Ишембайҙың Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә Әләкәй ауылы янындағы баҫыуҙа Т-150 тракторы янып китеүе тураһында хәбәр килә. Асыҡланыуынса, аккумулятор аномаль эҫегә сыҙамай, шартлаған. Зыян күреүселәр юҡ.
Хөрмәтле райондаштар!
Көндәр эҫе һәм ҡоро тороуын дауам итә. Зинһар, һаҡ булығыҙ! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ!
Фото Интернеттан.