Ваҡиғалар
23 Августа 2021, 19:20

Казанка, Ағурҙа, Биштирәк ауылдары янында ут менән көрәш дауам итә

Бөтә көс йөҙәр гектарға таралған утты һүндереүгә йәлеп ителгән.

Казанка, Ағурҙа, Биштирәк ауылдары янында ут менән көрәш дауам итәКазанка, Ағурҙа, Биштирәк ауылдары янында ут менән көрәш дауам итә
Казанка, Ағурҙа, Биштирәк ауылдары янында ут менән көрәш дауам итә

Ғәҙәттә, кискә ут һүрелә төшһә, бөгөнгө көслө ел уның төндә лә көслө яныуына булышлыҡ итә. 

Урман тирәләрен уратып һөрөүгә йәлеп ителгән 15 трактор төндә лә туҡтамай. Айырыуса хәүефлерәк, ауылға яҡыныраҡ урындар ирекмәндәрҙең даими контролендә. Күрше райондарҙан һәм Күмертау ҡалаһынан ярҙам килде. 

Әле Биштирәк ауылы эргәһендә айырыуса хәүефле - ут ауылға яҡынлай. Әммә әле был урынға МЧС-тың һәм урман хужалығының янғын һүндереү машиналары йүнәлтелде. Шулай уҡ Тәүәкән янғын һүндереүселәре ла ярҙамға әҙер. Ирекмәндәр, ауыл халҡы - бөтәһе лә бында...

Виктория Куянова.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас