Ваҡиғалар
26 Августа 2021, 12:10

Үлемесле юл фажиғәһендә ғәйепле водитель ваҡиға урынан ҡасҡан

Башҡортостанда водитель бер ҡатынды тапатҡан һәм юл фажиғәһе урынынан ҡасҡан

Үлемесле юл фажиғәһендә ғәйепле водитель ваҡиға урынан ҡасҡанҮлемесле юл фажиғәһендә ғәйепле водитель ваҡиға урынан ҡасҡан
Үлемесле юл фажиғәһендә ғәйепле водитель ваҡиға урынан ҡасҡан

Авария киске сәғәт 11 тирәһендә Шаран районы Яңы Йүзәй ауылында булған. Яҡынса фараз буйынса, билдәһеҙ водитель 29 йәшлек ҡыҙы менән юл ситенән китеп барған 51 йәшлек ҡатынды тапатҡан. Йәйәүле ашығыс ярҙам машинаһында йән биргән. Водитель ваҡиға урынынан ҡасҡан.

«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең тиҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә водитель тотолған. Ул Туймазы районынан 29 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ир «Лада Нива» машинаһы менән юл-транспорт ваҡиғаһына осрауын  таныған. Тикшереү башланған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан.

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун ике автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ун бише йәрәхәттәр алған. Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 25 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР буйынса ЮХХДИ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас