Ваҡиғалар
30 Августа 2021, 05:50

Ике бала фатир тәҙрәһенән ҡолап төшкән

Өфөлә өс йәшлек ҡыҙ менән 11 айлыҡ ҡустыһы тәҙрәнән ҡолаған.

Ике бала фатир тәҙрәһенән ҡолап төшкәнИке бала фатир тәҙрәһенән ҡолап төшкән
Ике бала фатир тәҙрәһенән ҡолап төшкән

Был хаҡта, ҡаланың граждандар яҡлауы комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә таянып, Newsbash хәбәр итте.

29 августа сәғәт 18.00-дә ҡотҡарыусыларға ир кеше Пекин урамындағы 5-се йортта беренсе ҡаттағы фатир тәҙрәһенән ике бала ҡолап төшөүе тураһында хәбәр иткән. Ул күргәндә  йәшлек ҡыҙ инде ерҙә булған, ә уның 11 айлыҡ ҡустыһын ир кеше ҡолаған сағында тотоп өлгөргән.

Балалар полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған. Ҡыҙҙы дауаханаға алып барғандар, малайға медицина ярҙамы талап ителмәгән. Балалар тәҙрәнән ҡолаған саҡта уларҙың әсәһе фатирҙа булыуы тураһында хәбәр ителә.

Был хәл буйынса тикшереү бара.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас