Ваҡиғалар
7 Сентября 2021, 10:10

Юғалған ҡыҙҙарҙың кәүҙәләре табылған

Кисә мәктәпкә киткәндән һуң ҡайтмаған 10 йәшлек ике ҡыҙҙы эҙләйҙәр ине.

Видеокүҙәтеү камераһынан шик аҫтына алыныусы эләккән кадрВидеокүҙәтеү камераһынан шик аҫтына алыныусы эләккән кадр
Видеокүҙәтеү камераһынан шик аҫтына алыныусы эләккән кадр

Кемерово өлкәһенең Кисилевск ҡалаһында юғалған уҡыусы ҡыҙҙар үлтерелгән кәүҙәләре табылған, шик аҫтына алыныусы ҡулға алынған, тип хәбәр итте РИА Новости, тәртип һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанып.

Быға тиклем төбәк буйынса Эске эштәр министрлығының баш идаралығы 6 сентябрҙә иртәнсәк мәктәпкә киткәндән һуң ҡайтмаған 10 йәшлек ике ҡыҙ юғалыуы тураһында хәбәр иткәйне. “Юғалған ике ҡыҙҙың кәүҙәләре табылды, уларҙы үлтереүҙә шик аҫтына алыныусы 40 йәшлек ир ҡулға алынды”, – тип белдергән тәртип һаҡлау органындағы сығанаҡ.

ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, шик аҫтына алыныусы Мыски ҡалаһынан элек хөкөм ителгән 41 йәшлек ир ғәйебен таныған.

Фото: РИА Новости

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас