Ваҡиғалар
7 Сентября 2021, 06:10

Юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн иртән ауыр эҙемтәләргә килтергән авария теркәлгән

Юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдөЮл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө
Юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө

7 сентябрҙә иртән Өфө районында ауыр эҙемтәләргә килтергән авария теркәлгән, тип хәбәр итте “Башинформ”. Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының оператив мәғлүмәттәре буйынса, Өфө — Зубов — Шишмә юлында ВАЗ-2112 автомобиле «Лада Гранта» менән бәрелешкән.

«Өс кеше һәләк булған, икәүһе дауаханаға оҙатылған», — тип белдерҙеләр республиканың Дәүләт автоинспекцияһында.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас