

Һамар өлкәһендә Александр Д. ҡатыны менән айырылышп, икенсе ғаилә ҡора. Әммә элекке ҡатынын ҡыҙғана һәм эсеп алғас, үс алырға була. Быйылғы йылдың 26 майында ир сумкаға "хомут"тар, скотч, пистолет, бысаҡ һалып ала ла, элекке ҡатынына юллана. Ҡатыны булмауын белгәс, үгәй ҡыҙына ятырға ҡуша ла, ауыҙын скотч менән йәбештерә, ҡулдарын хомут менән бәйләй. Унан баланың битенә бысаҡ терәп, 3 сәғәт буйына ҡурҡытып, ҡатынынан үс ала.
Бер ҡулын ысҡындырған ҡыҙ ҡасып ҡотолмаһа, был хәлдең нимә менән тамамланыуы билдәһеҙ.
Үгәй атайға "Үлем менән янау" һәм "Хоҡуҡһыҙ иректән мәхрүм итеү" статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.