Ваҡиғалар
11 Сентября 2021, 08:10

Балалары менән бергә юғалған әсәне эҙләйҙәр

Йәш әсә туғандары менән бәйләнешкә сыҡмай

Балалары менән юғалған бергә әсәне эҙләйҙәрБалалары менән юғалған бергә әсәне эҙләйҙәр
Балалары менән юғалған бергә әсәне эҙләйҙәр

Башҡортостан полицияһы Өфө ҡалаһынан 32 йәшлек Диана Шәрипованы эҙләй, тип хәбәр итте “Bash.news”. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса ҡатын 6 йәшлек ҡыҙы һәм 10 йәшлек улым менән өйҙән сығып киткән. Йәш әсә туғандары менән бәйләнешкә сыҡмай. Ул балалары менән бергә таныштарында булыу ихтимал.

Ҡатындың буй оҙонлоғо 170 см тирәһе, сәстәре аҡһыл-һары төҫтә, яурынына тиклем. Аҡ футболка, ҡара-йәшел джинсы кейгән.

Уны һәм балаларҙы күреүселәрҙән 8 347 279 39 02, 8 347 237 19 60 телефондары буйынса полицияға хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас