

Был хәл Дзержинск ҡалаһында булған. 10 йәшлек ҡыҙ бала билет өсөн түләргә торғанда, ҡулынан 5 һум аҡсаһы төшөп китә. Ул кондуктор алдында әсәһенә шылтыратып, туҡталышта ҡаршы алыуын, бурысын түләүен һорай. Әммә кондуктор ҡыҙға ышанмаймы инде, нимәлер, автобусты туҡтатып, баланы төшөрөп ҡалдыра. Талап шулай, йәнәһе...
Был осраҡта кондукторҙың ҡыланышы ғына түгел, автобустағы өлкәндәрҙең дә ҡылығы аңлашылып етмәй. Берәү ҙә 5 һум сығарып бирә алманымы икән?! Ә һеҙ бындай осраҡҡа тарыһағыҙ нимә эшләр инегеҙ?