

Дыуан районының Ярославка ауылында 33 йәшлек Өфө кешеһе «Lada Granta» автомобилендә идара итеүҙе юғалтып, электр бағанаһына бәрелә. Көслө бәрелештән автомобиль түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 31 йәшлек ир менән 38 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында һәләк була. Водитель дауаханаға оҙатылған.
Был хаҡта БР Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Улар шулай уҡ водителдең транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы сикләнгәнлеге хаҡында белдерә.
Ваҡиға буйынса тикшереү бара.
Сығанаҡ: ГТРК.