+12 °С
Облачно


Бөгөн Иглин районында өс йөк автомобиле һәм бер еңел машина бәрелешкән. Водителдәр һәм пассажирҙарҙан берәү ҙә зыян күрмәгән, әммә трассаға нефть продукттары түгелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы М5 федераль трассаһының 1500-се саҡрымында булған.
Хәҙер юл асыҡ, авария урынында полиция һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй.