Ваҡиғалар
18 Сентября 2021, 07:50

Йәйәүлене бер юлы ике автомобиль тапаған

Был хәл кисә кис булған

Йәйәүлене бер юлы ике автомобиль тапағанЙәйәүлене бер юлы ике автомобиль тапаған
Йәйәүлене бер юлы ике автомобиль тапаған

Шишмә районында 17 сентябрҙә киске сәғәт унынсыла Һамар-Өфө-Силәбе автоюлында Благовар районынан 43 йәшлек водитель “Лада Калина” автомобилендә кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтары булмаған йәйәүлене бәргән. Унан һуң Шишмә районынан 25 йәшлек водитель «Шкода Октавия» автомобилендә шул уҡ йәйәүлене тапаған.

Ир кеше алынған йәрәхәттәрҙән урында йән биргән. Һәләк булыусының шәхесен билдәләү һәм юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара, тип хәбәр итә “Newsbash”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас