Ваҡиғалар
23 Сентября 2021, 06:50

Аварияла медицина хеҙмәткәрҙәре йәрәхәтләнгән

“Ашығыс ярҙам” автомобиле йөк машинаһы менән бәрелешкән

Аварияла медицина хеҙмәткәрҙәре йәрәхәтләнгәнАварияла медицина хеҙмәткәрҙәре йәрәхәтләнгән
Аварияла медицина хеҙмәткәрҙәре йәрәхәтләнгән

Башҡортостандың Шишмә районында бөгөн иртәнсәк Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ Миәкә автоюлында 59 йәшлек ир кеше идара иткән “КамАЗ” автомобиле менән руль артында 50 йәшлек водитель булған “ашығыс ярҙам” машинаһы бәрелешкән.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһында туғыҙ кеше зыян күргән: “ашығыс ярҙам” водителе һәм пассажирҙары дауаханаға оҙатылған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “ашығыс ярҙам” машинаһында эшкә китеп барған медиктар: педиатр, социаль хеҙмәткәр, лаборант, табип-терапевт, санитарҙар, фельдшер, психолог булған. Улар еңелсә һәм уртаса ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.

Фото: БР буйынса Дәүләт автониспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас