Ваҡиғалар
23 Сентября 2021, 11:25

Дүрт кеше тереләй янған

Аварияла автобус янып киткән

Дүрт кеше тереләй янғанДүрт кеше тереләй янған
Дүрт кеше тереләй янған

Бөгөн, 23 сентябрҙә, Мәләүез районында Р-240 “Өфө – Ырымбур” трассаһының 166-сы километрында, Салауат ҡалаһынан көньяҡҡа ҡарай 2 км алыҫлыҡта үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған, тип хәбәр итә “Башинформ”. Был хаҡта Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр иткәндәр. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Renault Master һәм Ырымбур өлкәһенән пассажирҙар ултырған «ГАЗель» бәрелешкән. Автобус янып киткән.

Ваҡиға урынына экстрен хеҙмәттәр ебәрелгән. Янғын һүндереүселәр автобусты һүндергән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «ГАЗель»дәге дүрт кеше һәләк булған. Renault Master водителе йәрәхәтләнгән.

БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенең яҡынса мәғлүмәттәре буйынса автобуста водитель һәм өс пассажир тере килеш янған. Башҡа зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас