

Бөгөн иртәнсәк Шишимә районында аварияла медицина хеҙмәткәрҙәре зыян күреүе тураһында хәбәр иткәйнек. Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ Миәкә автоюлында “КамАЗ” автомобиле менән “ашығыс ярҙам” машинаһы бәрелешкәйне.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белдереүенсә, зыян күреүселәрҙең дүртәүһен амбулатор дауаланыуға ебәргәндәр, бишәүһен Өфөләге 21-се дауахананың нейрохирургия бүлегенә госпитализациялағандар, тип хәбәр итте Ufatime.ru.
Был ваҡиғаны Тәфтиш комитеты тикшерәсәк. Ведомство эске эштәр органдарынан тикшереү материалдарын тапшырыу тураһында ходатайство ебәрәгән.
Фото: МЧС РБ