+18 °С
Ясно


Мәскәү янындағы ҡалала йәшәгән был үҫмер тикшереү менән килгән хоҡуҡ һаҡсыларына был ҡылығын социаль селтәрҙә үҙенә иғтибар яуларға, күберәк подписчиктар йәлеп итергә теләүе менән аңлата. Бындай "раскрутка" тураүында интернеттан уҡып белә.
Полиция үҫмерҙең гаджеттарын тикшереүгә ала. 8-се класс уҡыусыһы бер ваҡытта ла ҡорал менән ҡыҙыҡһынмауы асыҡлана. Әммә шул уҡ ваҡытта үлтереш тураһында мәғлүмәт биргән төркөмдәрҙә торған. Шулай уҡ ҡартаһының ҡоралға рөхсәте, хатта пневматик винтовкаһы барлығы билдәле була. Хоҡуҡ һаҡсылары үҫмерҙең класташтары менән уртаҡ тел таба алмауын асыҡлай.
Күптәр "TikTok"ка бәйле төрлө хәлдәрҙең күплеген анализлап, был социаль селтәргә теркәлеү 18 йәштән генә булырға тейеш, тип иҫәпләй. Килешәҙегеҙме?