

Роман Петров, 19 йәшлек егеттең (банданы ойоштороуҙа ғәйепләнеүсе)адвокаты, был эш буйынса яңы мәғлүмәт менән бүлеште.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Өфөлә неонацист хәрәкәтендәге, теракт әҙерләүҙә шик тыуҙырған 17-20 йәшлек биш егет ҡулға алынғайны.
Роман Петров әйтеүенсә, ул яҡлаған егет неонацист түгел. Адвокат егеттәрҙең социаль селтәрҙә алып барған һөйләшеүе наркотиктар һатыусыларға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән, тип белдергән. Йәнәһе, егеттәр тыйылған матдәләр менән һатыу итеүселәрҙе асыҡлап, полиция ҡулына тапшырырға ниәтләгән.
Сығанаҡ: ufacitynews.ru