Ваҡиғалар
9 Октября 2021, 15:10

Ут аямай

Бер кеше үҙе йәшәгән мунсала янған, икенсеһе көмөшкә ҡыуыу аппараты шартлауҙан һәләк булған.

Ут аямайУт аямай
Ут аямай

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда һуңғы 10 көндә булған ҡурҡыныслы янғындар тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр бирҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Рәсәй МЧС-ның БР буйынса комитеты матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов республика менән идара итеү үҙәгенең тура эфирында һөйләүенсә, 3 октябрҙә Благовещен районында “Нур” һөт эшкәртеү предприятиеһында янғын сыҡҡан. Асыҡланыуынса, бында кухняла 47 йәшлек ир кеше ҡулдан эшләнгән аппаратта көмөшкә ҡыуған. Аппарат шартлаған, ундағы шыйыҡса яна башлаған һәм иргә лә ут ҡапҡан. Уның тәне 71% янған һәм ул бер аҙнанан вафат булған.

Тағы бер күңелһеҙ осраҡ Ғафури районының Буруновка ауылында булған. Унда янған мунсала ир кешенең кәүҙәһен тапҡандар. Баҡһаң ул – 57 йәшлек ир ике йыл инде ошо мунсала йәшәгән булған. 4 йыл элек уның торлағы янған һәм иптәше уға ваҡытлыса йәшәргә мунсаһын биреп торған. Янғындың сәбәбе – мейесте эшләү һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.

5 октябрҙә Өфөнөң Киров районындағы “Дубрава-Радио” СНТ-һындағы баҡса өйндө янғында 61 йәшлек ир кеше һәләк булған. Янғын сәбәбе асыҡлана.

«В первую очередь, всем жителям мы советуем обеспечить пожарную безопасность в своих жилищах. Это зона ответственности хозяев домов. — Если в доме печное оборудование, нужно проверить дымоход, если есть трещины, нужно их своевременно замазать во избежании отравления угарным газом. Ну и конечно, на печном обрудовании не надо ничего сушить, ни в коем случае не держать рядом легковоспламеняющиеся жидкости, и тем более не разжигать ими огонь в печи. Рядом с печью или плитой может загореться все что угодно: занавески, одежда на человеке. Такой случай произошел в конце сентября — на 80-летней женщине, когда она находилась возле газовой плиты, загорелся халат. От полученных ожогов пенсионерка скончалась в медучреждении», – тип мөрәжәғәт итте Алик Шәрәфетдинов.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас