

Учалы районында 58 йәшлек ир кеше ҡулға алынған. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны күлдәге аҡҡоштар ғаиләһен атып үлтереүҙә ғәйепләй, тип хәбәр итте “Башинформ”.
“Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ауыл кешеһендә законлы рәүештә булған мылтығы тартып алынған. Хәҙер гражданға ҡарата материалдар тупланды һәм яҡын арала компетенция буйынса – БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына – һунар итеү тыйылған ҡоштарҙы атҡан өсөн уны яуаплылыҡҡа тартырыу өсөн тапшырыласаҡ”, – тип хәбәр итә республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Быға тиклем октябрь башында Учалы районының Сораман ауылында билдәһеҙ кешеләр аҡҡоштарҙы атып үлтереүе тураһында хәбәр иткәйнек.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы.