

Бөгөн Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урманда бер аҙна элек юғалған йәмәғәтсе Илһам Йәнбирҙиндың әйберҙәрен тапҡандар, тип яҙа UFA1.RU. Был хаҡта уның ҡатыны Рәсимә хәбәр иткән. Уның әйтеүенсә, Илһам йәшәгән урын тирәһендә эҙләүҙәр барышында уның телефоны һәм курткаһы табылған.
– Бөгөн ирекмәндәр Инорс биҫтәһендәге урманда эҙләргә йыйына, – тип белдергән ул. – Эҙләүҙә ярҙам талап ителә: фонариктар, итектәр һәм урман өсөн кейем, һаҙмат урындар.
Өфө активисткаһы Ольга Комлева хәбәр итеүенсә, Йәнбирҙин Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға бәйле планлаштырған акция алдынан юғалған.
16 октябрҙә UFA1.RU Илһам Йәнбирҙиндың 10 октябрҙән 11-нә ҡарай өйҙән сығып китеүе һәм ошоғаса ҡайтмауы, телефонына шылтыратып булмауы тураһында хәбәр иткәйне.
Фото: Илһам Йәнбирҙиндың шәхси архивы/ UFA1.RU