

Шишмә районының Балағош ауылы янында урманда 38 йәшлек ир кеше зыян күргән, тип хәбәр итә “Башинформ”. Ул ҡатыны менән урманға утын әҙерләргә барған булған. Ҡырҡылған ағас икенсеһенә ҡолаған, уныһы утын әҙерләүсенең өҫтөнә йығылған. Ҡотҡарыусылар уға беренсе ярҙам күрһәткән һәм ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырған.
Бындай бәлә-ҡаза йыш булып тора. Хәҙер күптәр ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләй. Урманда һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, бындай эштәргә яңғыҙ йөрөмәгеҙ.
Фото: ГКЧС РБ