

Был хаҡта ТАСС хәбәр итә. Мәғлүмәт буйынса ут асыусы Пермь өлкәһенең Сарс ҡасабаһындағы мәктәптең 6-сы класында уҡыған.
Уҡыусы "Сайга" карабинынан ике тапҡыр: түбәгә һәм стенаға атҡан. Берәү ҙә зыян күрмәгән. Ваҡиға мәлендә мәктәптә бары вахтерша ғына булған.
Төбәктең Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренс, әле үҫмерҙең ҡайҙан ҡорал алыуын, ни өсөн атыуын асыҡлау буйынса эштәр бара.
Уҡыусы атҡанда «В меня вселился Бог!» тип ҡысҡырған. Полицияға ул бер ҡыҙҙан үс алырға килеүен әйткән.