Ваҡиғалар
20 Октября 2021, 05:15

Илһам Йәнбирҙин табылған

Өфөлә юғалған Ҡуштау активисы Илһам Йәнбирҙин табылған

Илһам Йәнбирҙин табылғанИлһам Йәнбирҙин табылған
Илһам Йәнбирҙин табылған

Бер аҙнанан артыҡ элек Өфөлә юғалған Илһам Йәнбирҙин табылған, иҫән-һау, тип хәбәр итте кисә UFA1.RU. Был хаҡта республиканың тәфтиш комитетында хәбәр иткәндәр. Ведомство әлегә башҡаса тулыраҡ мәғлүмәт юҡ, тип белдергән. Тәфтиш комитеты быға тиклем активист юғалыу факты буйынса тикшереү эше ҡуҙғатҡан.

– Уның ҡатыны Рәсимә менән бәйләнешкә сыға алманыҡ – телефонына шылтыратып булмай, – тип яҙа UFA1.RU

Быға тиклем беҙ, 10 октябрҙән 11-нә ҡарай юғалған Илһам Йәнбирҙиндың әйберҙәре 17 октябрҙә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә табылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

Фото: Илһам Йәнбирҙин / Vk.com/ UFA1.RU

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас